Яңы йылда – 1,5 мең яңы эш урыны05.01.2018
Быйыл республикала инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу нигеҙендә 1,5 мең яңы эш урыны булдырыла. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев Хөкүмәт Президиумы ултырышында ошо турала белдерҙе.
Уның әйтеүенсә, Башҡортостанда 433 миллиард һумлыҡ 81 өҫтөнлөклө инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Уларға ярашлы 20 меңдән ашыу эш урыны булдырыу күҙаллана. 2017 йыл йомғаҡтары буйынса һигеҙ объект сафҡа индерелеп, өс мең эш урыны барлыҡҡа килгән. Улар иҫәбенә “Акрил-Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә акрил кислотаһы етештереү өсөн ҡулайламалар төҙөү, Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводында авиация бензины етештереү, “ОЗНА” предприятиеһында продукцияның яңы төрҙәрен үҙләштереү маҡсатында етештереүҙе модернизациялау, Өфө ҡала һөт заводында һөт эшкәртеү объекттары, “Алексеевка” совхозында һәм Күмертауҙағы май экстракцияһы заводында өр-яңы производстволар инә.
– 2018 йылда ун бер өҫтөнлөклө проектты тормошҡа ашырыу ҡарала. “Рус игене” компаниялар төркөмө бройлер үрсетеү предприятиеһын реконструкцияларға, “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәте каталитик крекинг комплексын асырға, “Башнефть” компанияһы биологик таҙартыу ҡорамалдарын төҙөкләндерергә, “Сигма” предприятиеһы бүлеүсе склад үҙәге төҙөргә ниәтләй, – тине министр.
Пенсия артты
1 ғинуарҙан страховка пенсиялары, шулай уҡ эшләмәгән пенсионерҙарға билдәләнгән түләүҙәр 3,7 процентҡа артты.
Индексацияланғандан һуң билдәләнгән түләү күләме айына 4 982,9 һум, пенсия балы хаҡы 81,49 һум тәшкил итә (2017 йылда – 78,58 һум). Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһендәге матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһының уртаса күләме 13 423 һумға етте.
Эшләмәгән пенсионерҙарҙың страховка пенсиялары һәм уларға билдәләнгән түләүҙәр әлегә тиклем 1 февралдән индексациялана ине. Быйыл иһә хаҡлы ялдағылар 3 ғинуарҙан пенсияны арттырып ала башланы.
Яңы аҡса
Өфө банктарына 200 һәм 2000 һумлыҡ купюралар тапшырылды. Яңы аҡса йыл башында күмәк әйләнешкә сығарыла.
Республиканың Милли банкында белдереүҙәренсә, банкноталар ҡулланыуға әкренләп сығарыла, сөнки банкоматтар һәм касса ҡорамалдары, шулай уҡ граждандар ҙа яңы номиналдағы купюраларға яраҡлашырға тейеш.
Банкноталар ялғандарынан һыу билдәләре, махсус оптик элементтар – һаҡлаусы ептәр һәм йәшерен һандар менән айырыла.
Гөлназ түгел, Йәннәт
Башҡорт-татар эстрадаһының йәш йырсыһы Гөлназ Асаева хәҙер Мәскәүҙә эшләйәсәк һәм Йәннәт тигән исем аҫтында сығыш яһаясаҡ.
Гөлназ рус телендә йырларға әҙерләнә. Башҡорт, татар йырҙарын да репертуарында ҡалдырырға вәғәҙә итә. Ошо көндәрҙә яңы проект өҫтөндә эш башланды. Өфө йырсыһын үҫтереү менән Сати Казанованың продюсеры шөғөлләнәсәк. Килешеү өс йылға төҙөлдө.
— Продюсерға минең акцентым һәм тышҡы ҡиәфәтем оҡшаны. Ул мине Көнсығыш ҡыҙҙары образында күрә, шуға күрә сәсемде ҡайтанан ҡара төҫкә буярға тура килде, — ти Гөлназ Асаева.
Йырсының яңы образдағы тәүге йыры “Урлайым” тип атала. Тиҙҙән Гөлназ беренсе дискты яҙҙырыу өсөн Ҡаҙағстанға юлланасаҡ. Әлегә ул ваҡытының күп өлөшөн Мәскәү студияһында үткәрә.