2018 йыл нимәләр вәғәҙәләй?05.01.2018
Яңы йылдың тәүге көндәренән үк Рәсәйҙә өр-яңы нормалар һәм закондар ғәмәлгә инә. Яңылыҡтар тормоштоң төрлө өлкәләренә, тәү сиратта социаль ярҙамға ҡағыла.
1 ғинуарҙан тәүге балаға айлыҡ түләү тураһында закон ғәмәлгә ашырыла. Йәғни беренсе сабыйы донъяға килгән ғаиләләр был түләүгә иҫәп тота ала. Тик мотлаҡ шарт бар: һәр ғаилә ағзаһының килеме 1,5 йәшәү минимумынан артмаҫҡа тейеш. 2018 йылда ил буйынса уртаса пособие күләме айына 10,5 мең һум тәшкил итәсәк. Ул балаға йәш ярым булғанға тиклем түләнә.
Быйыл һалым амнистияһы көсөнә инә. 2015 йылдың 1 ғинуарына тиклем йыйылған һалым бурысы ғәмәлдән сығарыла. Атап әйткәндә, был мөлкәткә — ергә, күсемһеҙ милеккә, транспортҡа һалым буйынса бурысҡа ҡағыла. Шәхси эшҡыуарҙарҙы әүәлге страховка иғәнәләрен түләүҙән азат итәсәктәр. Закон шулай уҡ пенсионерҙарҙы, һуғыш ветерандарын һәм инвалидтарҙы алты сутыйҙан кәмерәк участкаларға ер һалымын түләүҙән бушатасаҡ.
2018 йылдан һалым ташламаһы алыу ғәмәле ябайлаштырыла. Льгота алыу өсөн граждандарға бик күп документ йыйыуҙың кәрәге ҡалмаясаҡ, һалым органына, ташламаға хоҡуҡты раҫлаған документтарҙың реквизитын күрһәтеп, ғариза яҙыу етә.
1 ғинуарҙан затлы автомобилдәргә транспорт һалымы кәмене. Хаҡы 3 — 5 миллион һумлыҡ машинаға транспорт һалымын иҫәпләү коэффициенты 1,1-гә тиклем түбәнәйәсәк. Һөҙөмтәлә ҡиммәтле машиналарға һалым һәр төбәктәге ставкаға ҡарап 20 — 40 процентҡа кәмейәсәк.
Быйылдан башлап илдә ҡатылығы 15 проценттан кәмерәк булған алкоголле “энергетиктар” һатыу тыйыла. Тағы ла бер яңылыҡ: маркаһы ҡуйылмаған алкоголде Рәсәйгә индереү нормаһы бер кешегә 10 литр менән сикләнә. Тәртип боҙоусыларға 3 — 5 мең һум штраф һалынасаҡ, эсемлек конфискацияланасаҡ.
Шулай уҡ тәмәкегә, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ, мөлкәткә һалым арта.
Р. ИБРАҺИМОВ.