Тәҡдимдәр көтәләр27.12.2017
Бөрө, Мишкә, Стәрлетамаҡ районда­рындағы территориаль һайлау комис­сияларының хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған ағзаларының вәкәләттәре ваҡытынан алда туҡтатылыуға бәйле, “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль за­кон­дың 29-сы статьяһындағы 6-сы пунктҡа ярашлы, Башҡортостан Республика­һының Үҙәк һайлау комиссияһы хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә яңы ағзаларҙы тәғәйенләү өсөн кандидатуралар буйынса тәҡдимдәр ҡабул итә.
Документтарҙы ошо белдереү баҫы­лып сыҡҡандан алып биш көн эсендә түбәндәге адрес буйынса тапшырырға: 450008, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46, иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем (эш көндәрендә).
Өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн телефон: 218-11-22.


Вернуться назад