Башлыҡ журналистар менән осрашты26.12.2017
Республика йортонда төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов республика һәм муниципаль киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашты. Яңы йыл алдынан бындай сара яҡшы йолаға әүерелде. Быйыл Рөстәм Хәмитов менән аралашыу өсөн бөтә республиканан баҫма һәм электрон киң мәғлүмәт саралары етәкселәре Өфөгә йыйылды. Һөйләшеүҙе төбәктәге социаль-иҡтисади хәлдән башланылар.

Рөстәм Хәмитов 2018 йылға республика бюджетын билдәләгән һан­дарҙы әйтеп үтте. Унда 35 процент мә­ға­рифҡа тура килә. Был йәһәттән Волга буйы федераль округында беҙ икенсе, Рәсәйҙә иһә 13-сө урынды би­ләйбеҙ. Йылды республика бюджет про­фициты менән тамамлай, уртаса айлыҡ эш хаҡы — 30 мең һум. Төбәк Баш­лығы һуңғы социологик тикшере­неү мәғлүмәттәрен дә телгә алды. Рес­понденттарҙың 70 проценты тиерлек төбәктә тормоштоң яҡшырыуын билдәләгән.
— Һандар менән кешеләрҙе туйындырып булмай, ха­лыҡ­ҡа һиҙелерлек һөҙөмтәләр кәрәк. Һандарҙы бел­гес­тәргә ҡалдырайыҡ та аралашайыҡ, — тине Рөстәм Хәмитов.
Журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп, ул 2019 йылды Урындағы үҙ­идара йылы тип иғлан итеү тәҡдимен индерҙе. Халыҡтың гражданлыҡ әү­ҙем­леге, төбәктең милли идеяһы хаҡында ла һөйләштеләр. Рөстәм Хәмитов ғаилә мәсьәләһенә айырым иғтибар бирҙе. Төбәктә сабыйҙар үлеме проблемаһын да күтәрҙеләр. Рөстәм Зәки улы әйтеүенсә, республика перинаталь үҙәген төҙөү әлегә һиҙелерлек һөҙөмтә бирмәгән. Киләһе йылдың 1 ғинуарынан Өфө ҡалаһын­дағы 4-се клиник бала табыу йорто республика перинаталь үҙәге менән берләштереләсәк һәм яңы баш табип тәғәйенләнәсәк.
Һаулыҡ һаҡлау темаһы, юл һалыу, алданған өлөшсөләрҙең мәсьәләләрен хәл итеү, аҙыҡ-түлектең сифаты менән бер рәттән, төбәктәге көнүҙәк мәсьәлә­ләрҙең береһен тәшкил итә. Рөстәм Хәмитов төбәк бренды тураһындағы һорауға яуап бирҙе.
— Бында бер ниндәй ҙә яңылыҡ уйлап табырға кәрәкмәй. Бал — беҙҙең төп бренд, — тине ул.
Черкассылағы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны, яңы полигон төҙөү мөмкинлеге тураһында һөйләш­те­ләр. Башлыҡ менән әңгәмәлә экология мәсьәләһе бер нисә тапҡыр күтәрелде. Мәҫәлән, Нефтекамала сәләмәтлек һуҡмағы урынлашҡан ерҙе ҡуртымға биргәндәр. Төбәк етәксеһе мәсьәләне тикшерергә ҡушты.
Былтыр ҡыш ҡалала ҡарҙың күп бу­лыуын хәтергә төшөрҙөләр, быйыл декабрҙә яуым-төшөмдөң аҙлығына ҡыуандылар. Ҡар таҙартыу техника­һы­­ның етмәүе, ошо мәсьәләне хәл итеү юлдары тураһында фекер алыштылар.
Бәләкәй ҡалаларҙың инвестиция ҡеүәһенә, юл һалыуға ҡағылған һорауҙар булды. Мәҫәлән, Учалы — Мейәс юлындағы 40 саҡрымлыҡ участкаға ремонт талап ителеүе ха­ҡында әйттеләр. Төбәк етәксеһе 2019 йылда юлдың төҙөкләндерелеүе тураһында белдерҙе.
Аралашыу барышында күтәрелгән темаларҙың береһе “Уңайлы ҡала мөхите” проектын тормошҡа ашырыуға ҡағылды. Быйыл ошо программа буйынса республикала 400-ҙән ашыу ихата биләмәһе төҙөкләндерелгән. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ағзалары бер нисә тапҡыр эштең сифатһыҙ башҡарылыуын асыҡлаған.



Вернуться назад