Ҡаҙна һаҡсылары йоҡламай26.12.2017
Ошо көндәрҙә Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы 2017 йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Төп йүнәлеше дәүләт ҡаҙнаһының, мөлкәтенең маҡсатлы һәм йоғонтоло файҙаланылыуын күҙәтеү булған коллективтың быйылғы хеҙмәте ниндәй һөҙәмтәләр күрһәтте?


Палата рәйесе Рәмил Исҡужиндың докладынан күренеүенсә, контроль сараларында транспорт тәьминәте, ауыл хужалығына дәүләт ярҙамы, ауылдарға газ үткәреү, тамамланмаған төҙөлөш күләмен кәметеү, республиканың инновация үҫешенә сығымдарҙы йоғонтоло итеү мәсьәләләренә айырым иғтибар бүленгән.
Ҡуйылған бурыстарҙы үтәү барышында 73 контроль һәм эксперт-аналитика саралары үткәрелгән. Ҡаҙна аҡсаһын ҡабул итеп алғанда һәм файҙаланғанда асыҡланған хоҡуҡ боҙоуҙар һәм етешһеҙлектәрҙең дөйөм суммаһы 6,3 миллиард һум тәшкил иткән. Күпселек кәмселектәр респуб­ликаның адреслы инвестиция програм­маһын тормошҡа ашырыуҙа, һатып алыу даирәһендә, дәүләт һәм муниципаль милеккә идара итеүҙә табылған. Муниципаль берәмектәрҙә ҡаҙна-ара транс­ферттарҙы йоғонтоһоҙ файҙаланыу күләме лә элеккесә ҙур булып ҡала.
Тикшереү барышында тамамланма­ған төҙөлөш объекттарының һанын, уларҙағы эш күләмен, төҙөлөш ваҡытын һәм туҡтап ҡалыу сәбәптәрен тулыһынса иҫәпкә алыуҙың булмауы ла асыҡланған. Дәүләт заказсылары түләгән 680 миллион һумлыҡ проект-эҙләнеү эше артабан төҙөлөштә ҡулланыу тапмаған.
Һәр тикшереү һөҙөмтәһендә табылған етешһеҙлек­тәрҙе төҙәтеү, ғәйеплеләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыу буйынса ҡануниәттә ҡаралған барлыҡ саралар ҙа күрелгән. Бер йыл эсендә 70-тән ашыу вазифалы кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, 229-ына дисциплинар яуаплылыҡ язаһы бирелгән, егерменән ашыу түрә эшенән бушатылған.
Киләһе йылға ла Контроль-иҫәп палатаһы коллективына мөһим бурыс­тар ҡуйыла. Киләсәккә төп йүнәлеш – ҙур дәүләт ресурстары бүленгән өҫтөнлөклө проекттарҙың тормошҡа ашырылыуын күҙәтеү һәм контролдә тотоу. Улар араһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү, урман мөнәсәбәттәре өлкәһендәге вәкәләттәрҙе тормошҡа ашырыу, белем биреү даирәһенең сифатын тәьмин итеү.



Вернуться назад