Ошо көндәрҙә төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов республикала күп балалы ғаиләләргә социаль ярҙамды камиллаштырыу саралары тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Документ Рәсәй Президентының “май указдары”н тормошҡа ашырыу, шулай уҡ ғаиләне үҫтереү һәм нығытыу, сабыйҙар һанын арттырыуҙы дәртләндереү өсөн өҫтәмә шарттар тыуҙырыу маҡсатында ҡабул ителде. Указға ярашлы, киләһе йылдың 1 ғинуарынан йән башына уртаса килеме балалар өсөн билдәләнгән йәшәү минимумы дәүмәленән артмаған ишле ғаиләләр өсөн 2018 йылда тыуған өсөнсө йәки артабанғы һәр бала өсөн өс йәше тулғанға тиклем 8 993 һум күләмендә айлыҡ аҡсалата түләү билдәләнә.
Башҡортостан Хөкүмәтенә ошо аҡсаны түләү шарттарын һәм тәртибен асыҡлау бурысы йөкмәтелде. Уны түләү тураһында мәғлүмәт Берҙәм дәүләт социаль тәьминәт системаһында урынлаштырыласаҡ.
Сирҙәр таралмаһын өсөнБашҡортостандың Ветеринария идаралығы белгестәре Дәүләкән районында кәзә-һарыҡты рөхсәтһеҙ ташыусыларҙы тотто.
Асыҡланыуынса, Өфө районында йәшәгән әҙәм, райондағы ветеринария хеҙмәте менән килешмәйенсә, 30 баш малды законһыҙ ташыған. Өҫтәүенә карантин саралары үткәрелмәгән, малдың ветеринария документтары ла булмаған.
Ведомствола хәбәр итеүҙәренсә, тәртип боҙоусыға штраф һалынған. Кәзә-һарыҡ карантинға ябылған, лаборатор диагностика өсөн анализға ҡан алынған. Шулай уҡ ветеринария-санитария саралары планы төҙөлгән, түләмә һәм ҡотороу сиренә ҡаршы профилактик вакцинация үткәреү күҙаллана.
Мөлкәтем имен булһын тиһәң… Быйыл республикала өс меңдән ашыу кеше күсемһеҙ милкенең хәүефһеҙлеген хәстәрләгән. Ун бер ай эсендә Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына хужаның (йәки уның законлы вәкиленең) шәхсән ҡатнашлығынан тыш мөлкәтенең башҡа кешегә күсерелә, уға хоҡуҡтың сикләнә йә иһә ғәмәлдән сығарыла алмауын билдәләгән 3 165 яҙма индергән.
Бындай ғаризаны теләге булған һәр кеше бушлай тапшыра ала. Реестрға индерелгән яҙма милек хужаһының мәнфәғәтен яҡлай һәм башҡа кешеләрҙең ғаризаһын ҡарамайынса кире ҡайтарыуға нигеҙ булып тора. Милексенең ҡатнашлығынан тыш мөлкәткә бәйле килешеүҙәр төҙөүҙе тыйыу ышаныс ҡағыҙы буйынса эш иткән аралашсыларҙың законһыҙ ғәмәлдәренә кәртә ҡуйыуға йүнәлтелә.
Ғаризаны күп функциялы үҙәктә тапшырырға йәки “Росреестр” сайтындағы шәхси кабинет аша ебәрергә мөмкин. Тейешле яҙма Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына биш эш көнөндә индерелергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта был яҙма милексенең ғаризаһы йә булмаһа суд акты нигеҙендә ғәмәлдән сығарыла ала.
Каратистар
ҡайҙа үҫә?Каратэ буйынса донъя кубогында Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы студенттары Карина Ямасипова – беренсе, Искәндәр Басариев өсөнсө урын яуланы.
Спортсыларыбыҙ каратэ менән тиҫтә йылдан ашыу шөғөлләнә. Улар Рәсәй һәм Европа ярыштарында еңеү яулап өлгөргән.
– Донъя чемпионатында беренсе тапҡыр ҡатнаштыҡ, – тине тренер Александр Махновский. – Тиҙҙән күнекмә йыйындарына, унан һуң юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары араһындағы Волга буйы федераль округы ярыштарына һәм каратэ буйынса Рәсәй чемпионатына юлланырға ниәтләйбеҙ.
Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.