Рәсәй Хөкүмәтенең юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә ингән яңы пунктына ярашлы, водителдәр төнгө ҡараңғылыҡта ҡала йә ауыл еренән ситтә туҡтарға мәжбүр булғанда, яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы куртка йәки жилет кейергә тейеш.Быйылғы алты айҙа илдә ҡараңғы ваҡытта юл ситендә туҡтаған 66 водителде тапау осрағы теркәлгән. Был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 4,8 процентҡа күберәк.
Быға тиклем Рәсәйҙә йәйәүлеләр өсөн ошондай уҡ талап ҡабул ителгәйне, улар ҡала һәм ауыл ерҙәренән ситтә юл йөрөгәндә кейемендә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар булырға тейеш. Һөҙөмтәлә быйылғы алты айҙа йәйәүлеләр ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһын 10,2 процентҡа, йәғни 7,5 мең осраҡҡа тиклем кәметеү мөмкин булды.
Яңы ҡарар рәсми рәүештә баҫылғандан һуң 90 көн үткәс ғәмәлгә инә. Декабрь башында Дәүләт автоинспекцияһында водителдәрҙең юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары менән аралашыуын фотоға һәм видеоға төшөрөү хоҡуғын раҫланылар. Шул уҡ ваҡытта был инспекторҙың эшенә ҡамасаулағанда йәки ул урында оператив саралар уҙғарылғанда, водителдең фотоға һәм видеоға төшөрөү хоҡуғын сикләй алалар.