Башҡортостандың халыҡ артисы Вахит Хызыров беҙҙең дәүергә тиклем II мең йыл элекке осорға ҡараған үҙенсәлекле һауыт тапҡан. Күренекле артист үҙенең тыуған ерендә – Әбйәлил районының Таштимер ауылы янында был табышҡа көтмәгәндә юлыҡҡан.— Балсыҡтан эшләнгән һауыт өй төҙөгән саҡта килеп сыҡты. Ул бик яҡшы хәлдә һаҡланған – был үтә нескә эш, унда арый символикаһына оҡшаған орнамент бар. Һауыт яҡынса 8-10 литрлыҡ. Белгестәр әйтеүенсә, ул бронза быуатҡа ҡарай, — тине йырсы.
Археологик ҡомартҡыны артист республиканың Милли музейына тапшырҙы. “Һис шикһеҙ, бронза быуатҡа ҡараған һәм һәйбәт һаҡланған һауыт “Археология” коллекцияһының биҙәгенә әйләнәсәк”, – тип хәбәр итте күргәҙмәләр бүлеге мөдире Алһыу Мөфтәхова.
Музей менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткәне һәм төбәктең тарихи-мәҙәни ҡомартҡыларын һаҡлау эшенә индергән шәхси өлөшө өсөн Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсыһы Вахит Хызыровҡа тантаналы шарттарҙа Рәхмәт хаты тапшырыласаҡ.