Башланды!19.12.2017
Башланды! Кисә, тауыш биреү көнөнә тиклем теүәл өс ай алдан, Рәсәй Президентын һайлау кампанияһы рәсми башланды. Ошо мәлдән алып бөтә һайлау ғәмәлдәре срогы иҫәпкә алына. “Российская газета”ла Феде­рация Советының һайлауҙы 2018 йылдың 18 мартына тәғәйен­ләү тураһындағы ҡарарының баҫы­лып сығыуы кампанияға старт бирҙе.

Һайлау Ҡырым һәм Севастополдең Рә­сәйгә ҡушылыуының дүрт йыллығына тура килә. Кандидаттарға съезда тәҡдим ителеү йәки һайлаусылар төркөмдәренең йыйылышында хуплау табыу, Үҙәк һай­лау ко­мис­сияһына документтар тапшырыу, ҡул­там­ға­лар йыйыу, агитация эшен үткә­реү һәм теле­видениела, радиола де­бат­тар­ҙа оппо­нент­тар менән көс һына­шыу өсөн 90 көн бар.
Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Евгений Шевченко әйтеүенсә, үҙ-үҙен тәҡ­дим иткән кандидаттарға һайлаусылар ме­нән йыйылыш үткәреп, осрашыу прото­ко­лы, башҡа тейешле документтар ме­нән Үҙәк һайлау комиссияһына килеү өсөн кам­пания башланғандан алып 20 көн бар. Партияларға иһә съездар үткә­реп, канди­даттар күрһәтеүгә күберәк ваҡыт – 25 көн бүленә. Ошонан һуң Үҙәк һайлау комиссия­һы бөтә документтарҙы тикшерә, кандидат­тарҙың финанс мәсьә­ләләре буйынса вәкилдәрен һәм вәкәләт­ле партияларҙы теркәй, махсус һайлау иҫәбен асыуға рөх­сәт бирә. Артабан кандидаттар ҡултамға йыя башлай ала. Бындай талап ҡуйылма­ғандар (парламент партиялары вәкилдәре) 27 декабр­ҙән теркәүгә документтарын тапшы­рыу мөмкинлегенә эйә. Был осор 31 ғи­нуар­ҙа Мәскәү ваҡыты менән киске сәғәт 6-ла тамамлана.
Президент һайлауын үткәреүгә федераль ҡаҙнанан 14,9 миллиард һум бүленде. Һайлауҙы тәғәйенләү тураһын­дағы ҡарар баҫылып сыҡҡандан һуң Үҙәк һайлау ко­мис­сияһы ошо аҡсаны файҙа­ланыу хо­ҡу­ғына эйә. Уның ултырышында Президент һайлау кампанияһының календарь планы раҫланды.


Вернуться назад