Еңеү килтерҙе Нөгөш15.12.2017
Нефтекама ҡалаһындағы 1-се лицейҙың Х класс уҡыусыһы Степан Иванов “Рәсәйҙең экологик урындары” Бөтә Рәсәй фотолар конкурсында еңеү яуланы. Уҡыусыға бүләкте Мәскәүҙә үткән V Бөтә Рәсәй тирә-яҡ мөхитте һаҡлау съезында тапшырҙылар.
Һәүәҫкәр фотограф бәйгегә ике йыл элек “Башҡортостан” милли паркына сәфәре барышында төшөргән Нөгөш йылғаһы пейзажын ебәргән. Танылған фоторәссамдар, эксперттар Нефтекама уҡыусыһының фотоһын иң яҡшыларҙың береһе тип таныны. Конкурсҡа бөтәһе 12 мең эш ебәрелгән. Степан Ивановтың ижадын Федерация Советы спикеры Валентина Матвиенко ла ыңғай баһалаған. Ул үҫмерҙән киләсәккә пландары менән ҡыҙыҡһынған. Степан, нәфис фото менән мауығыуына ҡарамаҫтан, техник белем алырға, Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетында уҡырға ниәтләй.
— Карст күпере тигән тауға артылдыҡ. Шунда тауҙар араһынан ағып төшкән йылғаны фотоға төшөрҙөм, — тине Степан Иванов, һүрәттең тарихын хәтеренә төшөрөп.
Сәләмәтлек биләмәһе — Ирәмәл
Өфөлә үтәсәк “Ирәмәл — сәләмәтлек биләмәһе. 2017” фотокүргәҙмәһендә 25 авторҙың йөҙгә яҡын эше йыйылды. Фотокүргәҙмә 14 декабрҙә Башҡортостандың Милли музейында асыла. Уның тематикаһы — республиканың үҙенсәлекле тәбиғәте, традицион ландшафты: тауҙар, йылғалар, урмандар.
Сараны ойоштороусылар әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа республиканың тәбиғәт парктарына йыл һайын меңдәрсә турист килә. Уларҙың һәр береһендә тиерлек — фотокамера. Башҡортостандың тәбиғәте сағылған һүрәттәр Интернет селтәре буйлап донъяға тарала, республикабыҙға яңынан-яңы туристарҙы йәлеп итә.
Былтырғы фотоконкурс та уңышлы үтте, шуға күрә уның атамаһын быйыл үҙгәртмәҫкә ҡарар ителде. Сараны Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, “Роза ветров”, “Ағиҙел” фотоклубы, Рәсәй Фоторәссамдар союзының Башҡортостан бүлексәһе, республиканың Милли музейы ойошторҙо.
Шарандар өй туйланы
Ошо көндәрҙә Шаран районы хакимиәтендә етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға торлаҡ асҡыстары тапшырылды.
Фатирҙар Рәсәй һәм Башҡортостан ҡануниәтенә ярашлы бүленде һәм майҙаны буйынса 33 квадрат метрҙан ҙурыраҡ.
— Бөгөн беҙҙә ҙур байрам. Һеҙ уны бер нисә йыл көтөп алдығыҙ. Ваҡиғаның Яңы йыл алдынан булыуы бигерәк тә ҡыуаныслы. Етем балаларға фатир бүлеү буйынса дәүләт программаһы тотош Рәсәйҙә лә, республикабыҙҙа ла өҫтөнлөклө йүнәлеште тәшкил итә. 2012 йылдан алып районда етемдәргә 46 фатир бүленгән. Әлеге ваҡиға тормошоғоҙҙа артабанғы уңыштар өсөн нигеҙ булһын. Ғаилә бәхете, именлек теләйем, — тине район хакимиәте башлығы Илгиз Сәмиғуллин.
Дауаһы табылды,
файҙаһы тейһен
“Нацимбио” холдингының (“Ростех” дәүләт корпорацияһы) “Микроген” фәнни-етештереү берекмәһе 13—17 йәшлектәрҙә балалар церебраль фалижының ҡайһы бер формаларын дауалау өсөн ботулотоксин нигеҙендәге тәүге Рәсәй препаратын клиник тикшереүҙәрҙе тамамланы.
“Релатокс” препараты “Микроген” берекмәһенең “Иммунопрепарат” Өфө филиалы ғалимдары тарафынан 2001 йылда эшләнгәйне. Ул әлегә тиклем өлкәндәрҙең мимик һырҙарын бөтөрөү, блефароспазмды дауалау өсөн косметологияла, шулай уҡ неврология практикаһында инсульттан һуң ҡулдарҙың мускулдары терапияһында файҙаланыла ине. Быйыл мартта “Микроген” препаратты теркәп, таныҡлыҡ алды, “Релатокс” дәүләт дарыуҙар реестрына индерелде.
“Микроген” фәнни-етештереү берекмәһенең генераль директоры Кирилл Гайдаш әйтеүенсә, әлегә тиклем балалар церебраль фалижын дауалауҙа файҙаланылған препараттарҙың барыһы ла сит илдә эшләнә ине. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, ошо сирҙе дауалау өсөн Рәсәй препараты донъя аналогтарынан бер ҙә ҡалышмай. Яҡын арала 6 — 12 йәшлек балалар араһында препаратты ҡулланыу буйынса тикшереүҙәр тамамланасаҡ.