Республика иҫтәлекле байрамға әҙерләнә15.12.2017
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай президиумы 2019 йылда Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына әҙерләнеү һәм уны байрам итеү буйынса саралар планын раҫланы.

— Республика ошо мөһим датаны тантаналы ҡаршыларға әүҙем әҙерләнә. Төбәк Башлығының башланғысы нигеҙендә республиканың 100 йыллығына 100 объект исемлеге әҙерләнде. Төрлө ҡалаларҙа һәм райондарҙа мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, спорт учреждениелары, инженерлыҡ, юл инфраструктураһы объекттары төҙөлә. Күләмле мәҙәни, йәмәғәт саралары әҙерләнә. Республика парламенты ла был эштән ситтә ҡала алманы. Тәҡдимдәребеҙ республика саралар планына индерелде. Бынан тыш, үҙебеҙҙең планды ла әҙерләнек. Уны тормошҡа ашырыуҙа депутаттар ғына түгел, шулай уҡ Секретариат хеҙмәткәрҙәре, Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзалары ҡатнашасаҡ, — тине Башҡортостан Парламенты Рәйесе Конс­тантин Толкачев. — Формаль ҡараштан ҡотолорға тырыштыҡ һәм планға, ысынлап та, ҡыҙыҡлы, аңлайышлы, фәһемле сараларҙы индерҙек. Улар, һис шикһеҙ, уҡыусыларҙа, студенттарҙа, киң йәмәғәтселектә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырасаҡ, республиканың 100 йыллыҡ юбилейын хәтерҙә ҡалырлыҡ сағыу ваҡиғаға әүерелдерәсәк, төрлө быуын вәкилдәренә тыуған яҡтың тарихы, мәҙәниәте менән яҡынданыраҡ танышырға, хоҡуҡи белем кимәлен күтәрергә ярҙам итәсәк.
Раҫланған план Парламент тарихы музейында республиканың 100 йыллығына арналған тематик күргәҙмә ойоштороуҙы күҙ уңында тота. Асыҡ ишектәр көнө йәштәргә Дәүләт Йыйылышына килеп, ултырыштар залы, музей, күргәҙмә менән танышыу, Парламент етәкселеге менән аралашыу мөмкинлеген бирәсәк. Мәктәптәрҙә бөтә кимәлдәге депутаттар ҡатнашлығында парламент дәрестәре үткәреү, теләге булғандар өсөн Башҡортостан тарихы буйынса тест, ХХ быуат башы шиғриәтенә бағышланған ижади кисә ойоштороу ҡарала. Шулай уҡ байрам темаһына “Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?” уйыны һәм флешмоб буласаҡ.
Константин Толкачев юбилей айҡанлы Дәүләт Йыйылышының “Ҡануни тикшеренеүҙәр” махсус йыйынтығын һәм балалар өсөн Башҡортостандың дәүләт символикаһы тураһындағы баҫма әҙерләнеүе тураһында һөйләне. Саралар планы шулай уҡ республиканың һәм Өфөләге тәүге өмәнең 100 йыллығына арналған ҙур өмә үткәреүҙе күҙ уңында тота.
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе әйтеүенсә, сараларҙың бер өлөшө әлеге саҡырылыш депутаттары тарафынан тормошҡа ашырыласаҡ, ҡалғандары киләһе йыл һайлауҙан һуң ахырына еткереләсәк.
— Эштә өҙөклөк булмаҫ тип ышанам. План буйынса күсәгилешлелек йәһәтенән һорауҙар юҡ. Республиканың бер быуатлыҡ юбилейы — халҡыбыҙҙың уртаҡ байрамы, — тине Константин Толкачев.


Вернуться назад