“Рәсәй күңеле”н яуланы15.12.2017
“Рәсәй күңеле”н яуланы Кисә Мәскәүҙә Чайковский исемендәге Концерт залында халыҡ ижадын үҫтереүгә индергән өлөш өсөн “Рәсәй күңеле” XI Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте премияһын тапшырыу тантанаһы үтте. Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский премияны Сибай сәнғәт колледжы ҡарамағында “Урал батыр” сәсәндәр мәктәбе етәксеһе, халыҡ риүәйәтсеһе һәм уҡытыусы Асия Ғәйнуллинаға тапшырҙы. Республикала йәшәгән ҡатын “Традицион халыҡ мәҙәниәте” номинацияһында билдәләнде.

Асия Ғәйнуллина – Башҡортос­тан­да берҙән-бер Сәсәндәр мәктә­бен асыусы. Ул мәктәп менән берлектә башҡорт халыҡ ижадын һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ҙур эш башҡара. Республика театрҙа­рында башҡорт халыҡ ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары буйынса кәңәшсе һәм уларҙы ҡуйыусы. Асия Ғәйнуллина сәсән генә түгел, башҡорт халыҡ костюмына аксессуарҙар эшләү, кейеҙ баҫыу, ҡорама тегеү һәм күн эше буйынса оҫта булараҡ та билдәле.
100 мең һум күләмендә “Рәсәй күңеле” премияһы менән йыл һайын халыҡ йолалары һәм ижады буйынса һөҙөмтәле эшләгән өсөн фольклор, халыҡ хор, йыр һәм бейеү ансамблдәре, оркестр­ҙар, халыҡ музыка ҡоралдары ансамблдәре етәкселәре, эпос башҡарыусылар, халыҡ биҙәү-ҡулланма оҫталары бүләкләнә.
2017 йылда премия “Халыҡ көйө”, “Халыҡ йыры”, “Халыҡ бейеүе”, “Традицион халыҡ мәҙәниәте” һәм “Халыҡ оҫтаһы” номинацияларында 15 сәнғәт эшмәкәренә тапшырылды. Лауреаттар хөрмәтенә Пятницкий исемендәге Дәүләт академия рус халыҡ хоры һәм Бүрәт, Башҡорт­ос­тан, Мордовия, Төньяҡ Осетия (Алания), Татарстан, Тыва, Сыуашстан һәм Удмуртия республикаларынан, Белгород, Иваново, Ҡурған, Ростов, Һамар һәм Томск өлкәләренән, шулай уҡ Мәскәүҙән алдынғы һәүәҫкәр ансамблдәр, халыҡ көйө, йыр һәм бейеү коллективтары ҡатнашлығында байрам гала-концерты булды.
“Рәсәй күңеле” премияһы 2006 йылда булдырылған. 10 йыл эсендә 165 премия тапшырылған.


Вернуться назад