Һеҙҙең өсөн дәүләт түләһә, яҡшы бит13.12.2017
Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты торлаҡ өсөн субсидия алыуға хоҡуғы булған кешеләрҙең 14 социаль төрөн билдәләне. Кемдәр улар, һеҙ ҙә ошондай субсидия юллай алаһығыҙмы?
Бындай ташламаға эйә булғандарға түбәндәгеләр инә: хәрби хеҙмәтен ҡалдырған һәм 2005 йылдың 1 ғинуарына саҡлы торлаҡҡа мохтаж булараҡ сиратҡа баҫҡан, Чернобыль һәләкәте эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан, күсеп килергә мәжбүр булған, Алыҫ Төньяҡтан һәм уға тиңләштерелгән төбәктәрҙән килгән кешеләр, Бөйөк Ватан һуғышы, хәрби хәрәкәт ветерандары, инвалидтар һәм инвалид балалар аҫраған ғаиләләр, етем балалар һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булған сабыйҙар.
Дәүләт ярҙамы социаль түләүҙәр, субсидиялар йәки әҙер торлаҡ биреү рәүешендә күрһәтелергә мөмкин. Бынан тыш, биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр, дәүләт граждан хеҙмәтендә булғандар һәм төҙөлөш тупланмаһы системаһында ҡатнашҡандар ҙа дәүләт ярҙамына өмөт итә ала.
Ошо уҡ ведомство мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быйылға 2 миллиард 295 миллион һумлыҡ субсидия биреү ҡаралған, шуның 718,8 миллион һумы – федераль бюджет аҡсаһы. Был 2 507 кешегә дәүләт ярҙамы күрһәтеү форсаты бирәсәк.