Автолавка килә!13.12.2017
Төпкөл ауылда йәшәнек. Тап шуға ла “Автолавка” тигән яҙыулы машинаны күреп ҡалыу менән барлыҡ халыҡ, бер-береһенә хәбәр итә-итә, үҙәк урамға ашыға торғайны. Көндәлек тормошта иң кәрәкле тауарҙы, аҙыҡ-түлекте алып килеү уларҙы артыҡ мәшәҡәттән ҡотҡара ине, сөнки бөтә кешенең дә район үҙәгенә, ҡалаға барырға мөмкинлеге юҡ. Үкенескә ҡаршы, заманалар үҙгәреү менән был төр хеҙмәтләндереү сараһы ла туҡталып ҡалды.
Автолавка сауҙаһын йәнләндереү – бөгөнгө тормош талабы. Башлыса өлкәндәр йәшәгән, сауҙа нөктәләренән мәхрүм бәләкәй ауылдар бихисап. Тап ошо етешһеҙлектәрҙе көйләү, халыҡтың көнитмешен яҡшыртыу өсөн республиканың ун районына автолавка машинаһы асҡысы тапшырылды. Тиҙләтелгән сауҙа төрө төпкөлдә урынлашҡан аҙ кеше йәшәгән ауылдарҙы хеҙмәтләндереүҙе үҫтереүҙең пилот проектына ингән Архангел, Әлшәй, Баҡалы, Белорет, Бүздәк, Ейәнсура, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Күгәрсен, Көйөргәҙе райондарына юл аласаҡ. Был маҡсатҡа республика ҡаҙнаһынан 15 миллион һум күләмендә аҡса бүленгән.