Ҡыйыҡ “төҙөкләндерелгән”...13.12.2017
Туймазы районындағы Түбәнге Троицк ауылы мәктәбендә санитария талаптарын үтәмәгән өсөн вазифалы кешеләргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды.
Республиканың Тәфтиш комитеты хәбәр итеүенсә, енәйәт тураһындағы мәғлүмәт Интернет селтәрен күҙәтеү һөҙөмтәһендә асыҡланған. Сайттарҙың береһендә күптән түгел генә капиталь ремонт үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, ауыл мәктәбенең ҡыйығы һыу үткәреүе, вазифалы кешеләрҙең яуапһыҙлығы һөҙөмтәһендә балаларҙың ошо шарттарҙа белем алыуы тураһында белдерелә.
Әле тикшереү эше дауам итә. Хәл-шарттар тулыһынса асыҡланғас, ғәйеплеләр яуапҡа тарттырыласаҡ.
Р. ХӘСӘНОВ әҙерләне.