Яңы комитет төҙөлдө13.12.2017
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты ойошторолдо.

Документҡа ярашлы, дәүләт комитеты халыҡ-ара һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек өлкәһендәге республика башҡарма власть органы булып тора. Уға төбәк Башлығы Хакимиәтенең һәм Эштәр идаралығының, республика Иҡтисади үҫеш министр­лығының ошо йүнәлештәге бурыстары тапшырылды.
Республика Башлығы Хакимиәтенә һәм Башҡортостан Хөкүмәтенә норматив хоҡуҡ акттарын ошо Указға ярашлы хәлгә килтерергә ҡушылды.

Тәҡдимдәр кәрәк

Баҡалы, Белорет, Дәүләкән, Ҡариҙел, Федоровка район­дарындағы территориаль һайлау комиссияларының хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған ағзалары вәкәләттәре ваҡытынан алда туҡтатылыуға бәйле, “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың 29-сы статьяһындағы 6-сы пунктҡа ярашлы, Башҡортостан Рес­публикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә яңы ағзаларҙы тәғәйенләү өсөн кандидатуралар буйынса тәҡдимдәр ҡабул итә.
Документтарҙы ошо белдереү баҫылып сыҡҡандан алып егерме көн эсендә түбәндәге адрес буйынса тапшырырға: 450008, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46, иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем (эш көндәрендә).
Өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн телефон: 218-11-22.

“Шыршы ҡупшы кейенгән…”

Республикала төп Шыршы байрамы 22 декабрҙә Өфө­ләге “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтәсәк.
Байрамға төбәктәрҙән 780 баланың килеүе көтөлә. Сара ике өлөштән торасаҡ. Тәүгеһе – шыршы тирәләй тантана, икенсеһе – “Яңы йыл тауышы” әкиәти тамашаһы. Унда театр-концерт ойошмалары артистары, хореография коллективтары һәм башҡалар ҡатнаша. Тәмлекәстәрҙән тыш, балаларға республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйған открыткалар, Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” китабы тапшырыласаҡ.
Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.


Вернуться назад