Эшҡыуарлыҡ рухын кесе йәштән үҫтерергә кәрәк12.12.2017
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов “Капитандар — тәүге бизнесым” бөтә Рәсәй уҡыусылар конкурсының белем биреү бизнес-лагерында ҡатнашыусылар менән осрашты.
— Мине саҡырғанығыҙға бик шатмын. Бер аҙ әҙерләнеп, һеҙ белдергән проекттарҙың темаларын өйрәнеп килдем. Яҙғандарығыҙҙың барыһы ла оҡшаны тиерлек, — тине Рөстәм Хәмитов. — Идеяларығыҙға күҙ һалғас, һатыу, продукттарҙы танытыу, сауҙа селтәрендә урын яулау йәһәтенән ҡайһы бер етешһеҙлектәрҙе, шулай уҡ һеҙҙең ижади кешеләр булыуығыҙҙы, музыка, йыр яҙыу менән шөғөлләнергә теләүегеҙҙе күрҙем. Бер нисә эш, идея хәйриә, һаулыҡ һаҡлау, медицина ярҙамы мәсьәләләренә арналған.
Республика Башлығы әйтеүенсә, тәҡдим ителгән 60 проекттың 10—15-е тормошҡа ашырылһа, яҡшы буласаҡ. Баҙар иҡтисадында ижади ҡараш, эшҡыуарлыҡ рухы, ныҡышмалылыҡ, идеяларыңды үҫтереү оҫталығы бик мөһим, тип билдәләне ул.
Осрашыу барышында конкурста ҡатнашыусылар төбәк етәксеһе проекттары һәм тәҡдимдәре менән таныштырҙы. Өфөлә белем биреү бизнес-лагеры “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында ойошторолдо. Унда Башҡортостандан һәм Ырымбур өлкәһенән Волга буйы федераль округындағы төп этапта яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшкән 60 финалсы ҡатнашты.