Халыҡ-ара уйындарға әҙерлек бара12.12.2017
Республика йортонда төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов Халыҡ-ара балалар уйындары комитетының генераль секретары Ричард Смит менән осрашты. Сарала Өфө инфраструктураһын һәм социаль объекттарҙы 2019 йылда йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарын үткәреүгә әҙерләү мәсьәләләре тикшерелде.
Республика Башлығы билдәләүенсә, Башҡортостанда ойоштороу комитеты төҙөлдө, уның бер нисә ултырышы булды.
— Бынан тыш, федераль кимәлдә лә ярҙам күрһәтеләсәк. Уйындар 2019 йылға Рәсәй Федерацияһындағы спорт сараларының берҙәм календарь планына индерелә, — тине Рөстәм Хәмитов. — Был федераль структуралар яғынан ойоштороу-мәғлүмәти, финанс ярҙамы алыуға дәғүә итеү мөмкинлеген бирәсәк. 2019 йылда Халыҡ-ара балалар уйындарын яҡшы үткәреүебеҙгә шигем юҡ.
Төбәк етәксеһе спорт инфраструктураһын әҙерләү йәһәтенән әүҙем эш башҡарылыуын билдәләне. Ул уйындарҙы 2019 йылдың 9 — 14 июлендә үткәрергә тәҡдим итте. Ричард Смит бер нисә көн эсендә спорт һәм инфраструктура объекттарын ҡарап сығыуы, ойоштороу комитеты ағзалары менән һөйләшеүҙәр үткәреүе хаҡында хәбәр итте. Осрашыу йомғаҡтары буйынса Рөстәм Хәмитов ойоштороу комитетына бер нисә күрһәтмә бирҙе.
Әйткәндәй, Өфө 2013 йылда VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарын ҡабул иткәйне. Ярыштарҙа донъяның 20 илендәге 60 ҡаланан йыйылма командалар ҡатнашты. Спортсылар ете спорт төрө буйынса 170 миҙал яуланы. Башҡортостандың баш ҡалаһы донъяла Халыҡ-ара балалар уйындары тарихында ҡышҡы һәм йәйге ярыштарҙы үткәргән берҙән-бер ҡала буласаҡ.