Һорауҙарығыҙ булһа...12.12.2017
Иртәгә көндөҙгө сәғәт 3-тән Башҡортостан Республикаһы Башлығының Мөрәжәғәттәр менән эшләү һәм граждандарҙы ҡабул итеү идаралығы начальнигы И.Р. Әхмәтвәлиев граждандарҙы ҡабул итә.

Сараға алдан яҙылыу мәсьәләһе буйынса Өфөлә йәшәгәндәргә республика Башлығы Хакимиәтенең ҡабул итеү бүлмәһенә (Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, Республика йорто) мөрәжәғәт итергә. Үҙегеҙ менән шәхесте раҫлаған документ алыуығыҙ һорала.
Республиканың башҡа райондары, ҡалалары һәм ауылдары халҡына яҙылыу өсөн телефондар: (347) 280-81-10, 280-81-14.


Вернуться назад