Иғтибар! Иҫке күпер емерелә…08.12.2017
Ағиҙел йылғаһы аша һалынған иҫке күпер таяуына Өфө – Аэропорт юлы яғынан зыян килгән. Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән иҫкәртеүҙәренсә, ошо көндәрҙә бында йөк транспортына юл ябылған, ә еңел автомобилдәргә йөрөү сикләнгән.

Күперҙәге юлдың уң һыҙатынан машиналар сәғәтенә 20 километр тиҙлек менән бер рәт булып ҡына йөрөй ала. Һул һыҙаттан иһә хәрә­кәт барыһына ла тыйылған. Күпер­гә етәрәк тиҙлекте һәм хәрәкәтте сикләү билдәләре ҡуйылған.
– Күпер таяуының емерелеүенә юл ҡуймау, граждандарҙың именлеген тәьмин итеү йәһәтенән сара күрелә. Бәхетһеҙ осраҡтар булма­һын, юл ҡағиҙәләре талаптары үтәл­һен өсөн, әлеге участкала юл хәрә­кә­те хеҙ­мәткәрҙәре патрулдә тора, тәртип­һеҙлектәрҙе теркәү өсөн күс­мә фото-, видеокамералар эш­ләй, – тип аңлаттылар ЮХХДИ-ла.


Вернуться назад