Бурысыңды түләмәһәң...08.12.2017
Йыл башынан алып Башҡортостанда һалым инспекторҙары 650 рейд үткәргән. Һөҙөмтәлә 15 миллион һумлыҡ бурыс түләтелгән, 390 транспорт сараһы һәм башҡа мөлкәт ҡулға алынған. Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығында әйтеүҙәренсә, бурысты ҡайтарыу ғәмәле кешегә һалымды, йыйымды, пеняны һәм штрафты түләү талабын ебәреүҙән башлана. Был талапта ирекле түләү срогы, шулай уҡ һалымды түләмәүҙең эҙемтәһе хаҡындағы мәғлүмәт сағыла.

“Физик берәмектәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты”нда теркәлгән кешегә бурысты түләү талабы электрон рәүештә ебәрелә. Әгәр һалым ваҡытында түләнмәһә, Федераль һалым хеҙмәте идаралығы уны мировой суд аша юллай.
Һалым органдары приставтар хеҙмәте менән берлектә эшләй, рейдтар ойоштора. Шулай уҡ һалымды бурыслының банктағы иҫәбенән дә күсертеү алымы файҙаланыла. Был осраҡта һалым инспекцияһы банкка суд ҡарарын ебәрә. Әйткәндәй, ошо рәүешле һигеҙ миллион һумдан ашыу бурыс түләтелгән.
Ҡайһы бер суд фармандары кредит түләү өсөн асылған иҫәптәргә лә ҡағыла. Сираттағы иғәнә иҫәпкә күсеү менән ул иң элек һалым буйынса бурысты түләүгә алына, ә кредит иһә түләнмәй ҡала. Бынан тыш, суд ҡарары бурыслы эш хаҡы алған эш биреүсегә йәки пенсия, стипендия түләгән ойошмаға ебәрелә. Йыл башынан алып бурыслыларҙың эш хаҡынан ҡаҙна файҙаһына 10 миллион һум тотолған.
Федераль һалым хеҙмәте идаралығында билдәләүҙәренсә, бурысты эш биреүсене йәлеп итеп түләтеү граждандарҙың абруйына йоғонто яһамай ҡалмай, әлбиттә. Тәү сиратта был дәүләт хеҙмәткәрҙәренә, бюджет өлкәһендә, дәүләт предприятиеларында, башҡа ҙур ойошмаларҙа эшләгәндәргә ҡағыла. Һалым буйынса бурысың булыу-булмауын әле күп функциялы үҙәктәрҙән белешергә мөмкин.
9 декабргә тиклем мөлкәткә һалым мәсьәләһе буйынса күп функциялы үҙәктәрҙәге һәм сауҙа үҙәктәрендәге һалым хеҙмәтенең мобиль офис­тарына мөрәжәғәт итергә була. Мобиль офистарҙың эше менән Федераль һалым хеҙмәте сайтында йәки +7(347) 226-38-00 телефоны аша танышырға мөмкин.
Һалым органдарына туранан-тура мөрәжәғәт итергә теләгәндәр өсөн 16 декабргә тиклем инспекцияларҙың эш ваҡыты оҙайтылды: эш көндәрендә иртәнге 9 сәғәт 30 минуттан киске 8-гә тиклем, шәмбе – иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 3-кә тиклем.


Вернуться назад