Алдаҡсы боҙҙан һаҡ булайыҡ!06.12.2017
Алдаҡсы боҙҙан һаҡ булайыҡ! Һалҡындар башланыу менән ағым көслө булмаған йылға, күлдәр туңа башланы. Шул уҡ ваҡытта хәүеф тә артты. Йоҡа боҙ ватылыуы арҡаһында йыл һайын кеше ғүмере өҙөлә. Йыш ҡына бындай хәлгә балалар һәм балыҡсылар тарый. Күңелһеҙлектәр булмаһын тиһәк, ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү шарт.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән иҫкәртеүҙәренсә, ҡалынлығы кәмендә 10-12 сантиметр булған боҙ ғына кеше өсөн хәүефһеҙ тип иҫәпләнә. Йылға, күл өҫтөнән барғанда, боҙ сатнауын ишетһәгеҙ, әкрен генә шыуышып хәүефле урындан китеү яғын ҡарағыҙ. Шулай уҡ башҡа ҡағиҙәләрҙе лә оноторға ярамай: балыҡҡа яңғыҙ йөрөмәгеҙ, боҙҙағы һәр аҙымығыҙҙы осло башлы таяҡ менән тикшерегеҙ, бүтән балыҡсыларҙан кәмендә өс метр алыҫлыҡта ултырығыҙ, ылымыҡлы, лапылы урындарға яҡын бармағыҙ, боҙ сатнаған ерҙән йыраҡ йөрөгөҙ, уйылған мәкенән һыу урғыла башлаһа, был урындан китегеҙ, ҡотҡарыу сараларын алдан хәстәрләгеҙ, боҙҙа иҫерткес эсемлектәр эсмәгеҙ.



Вернуться назад