Киләсәгебеҙ үҙебеҙгә бәйле — хеҙмәтебеҙгә, яуаплылығыбыҙға05.12.2017
Һигеҙенсе Мөрәжәғәтнамә... 47 минут 20 секунд… Республика Башлығының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе әллә ни оҙаҡ ваҡытты алманы. Әммә эстәлеге... Документ бик конструктив төҙөлгән ине. Һәр фекер, һәр һүҙ төптән уйланылған, объектив һәм, иң мөһиме — ышаныс менән һуғарылған. Хөкүмәткә, халыҡҡа, яҡты киләсәккә ышаныс...
Ғәҙәттә, теләһә ниндәй рәсми документты ла ҡануниәт базаһына, иҡтисадҡа, сәнәғәткә, инновация үҫеше йүнәлештәренә, статистика күрһәткестәренә бәйләргә күнеккәнбеҙ. Мөрәжәғәтнамәлә лә һандар, проценттар, сағыштырыуҙар булды — унда башҡарма власть тарафынан башҡарылған ғәйәт ҙур эш күләме лә, республикалағы бөтә дәүләт власы органдары системаһының, урындағы үҙидараның, эшҡыуарлыҡтың, граждандар йәмғиәте институттарының киләсәккә бурыстары ла сағылыш тапты. “Үҫеште тәьмин итеү өсөн тәү сиратта хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу мөһим, — тине республика етәксеһе. — Был йәһәттән беҙ киләһе йылдарҙа тәүге биш төбәк исемлегенә инергә бурыслыбыҙ. Әммә төплө нигеҙ булдырмай тороп, күрһәткестәрҙе яҡшыртыу мөмкин түгел”. Быныһы әлеге шул иҡтисадҡа ҡағылғандарынан. Асылда иһә республика Башлығы мәғарифты, һаулыҡ һаҡлауҙы, фәнде үҫтереүгә, ғаилә институтына булышлыҡ итеүгә баҫым яһаны. Сәләмәт, имен, эшле, ашлы ғаилә – тотороҡло киләсәк. “Ғүмер оҙонлоғо арта, әммә 10 – 15 йылдан 35 йәшкә тиклемге йәштәр күпкә кәмейәсәк, был — 90-сы йылдарҙағы демографик көрсөк һөҙөмтәһе. Шуға күрә илгә йәш көстәр бик ҡәҙерле. Уларҙың һәр береһе алтынға бәрәбәр, был быуынды бар яҡлап та үҫтереү, дөрөҫ һөнәри йүнәлеш биреү, интеллектуаль ресурстарын камиллаштырыу бөгөнгө замандың бурысы булып тора”, — тине Рөстәм Зәки улы.
Тағы бер йүнәлеш — һәләтле балалар менән эшләү. Был тәңгәлдә гранттар системаһын индереү мотлаҡ. Киләһе йылда фәнни йүнәлеш буйынса лицей-интернат асыу бурысы ҡуйылды.
Төбәк етәксеһе дуаль белем биреү сифатын күтәреү зарурлығын да билдәләне. Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, шул саҡта уҡыу йортон тамамлаусылар яҡшы технологик әҙерлекле таныш етештереү майҙансыҡтарына киләсәк. “Уйланылған һөнәри йүнәлештең бөтә уҡыу йорттары өсөн төп темаға әүерелеүе, уҡыусылар өсөн һөнәрҙәр, предприятиелар менән виртуаль һәм реаль танышыуҙың ҡыҙыҡлы ойошторолоуы мөһим. Был эшкә тармаҡ министрлыҡтары һәм ведомстволары, эш биреүселәр берекмәләре, эшҡыуарлыҡ ҡушылырға тейеш”, — тине ул.
Баш ҡалала балалар өсөн турист маршруты ойоштороу, уҡыусылар һәм студенттарҙы “Рәсәй — минең тарихым” музейына бушлай индереү, халыҡтың заманса технологиялар өлкәһендәге белемен үҫтереү, Фәнгә ярҙам итеү һәм үҫтереү фондына республика статусы биреү, йәш ғалимдарҙы ҡырға ебәрмәү, хатта ситтән йәлеп итеү, был тәңгәлдә гранттарҙы арттырыу — Мөрәжәғәтнамәлә һәр тәҡдим урынлы һәм ваҡытлы яңғыраны.
Халыҡтың сәләмәтлеге хаҡында ла һүҙ әйтте Башлыҡ. Шул уҡ ваҡытта: “Халыҡтың үҙаңын нығытыу ҙа мөһим, кеше үҙ һаулығы өсөн яуаплылыҡ тойорға тейеш. Ә был тәрбиә тап ғаиләлә һалына”, — тине ул. Ғөмүмән, йәмғиәттең һәр тармағы бер-береһе менән шул тиклем тығыҙ бәйләнгән — ғаилә именлеге социаль-иҡтисади үҫештең нигеҙе булып торһа, етеш, имен тормошто шулай уҡ тотороҡһоҙ үҫеш шарттарында тәьмин итеп булмаясаҡ. Шуға күрә лә Башҡортостанда ғаиләне яҡлау, һаҡлау буйынса эшмәкәрлек иҡтисад, сәйәсәт, сәнәғәт менән бер аҙымдан иғтибар үҙәгендә ҡала. Шунһыҙ мөмкин дә түгел, ярамай ҙа.