Өфөлә Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы советының киңәйтелгән ултырышы үтте. Сарала ҡатнашыусылар ағымдағы йылда башҡарылған эшкә йомғаҡ яһап, киләсәккә маҡсаттарҙы билдәләне.
Ултырышты асып, Ассамблея советы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина сарала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне һәм ойошманың быйылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Азат Ибраһимов киләһе йылдың планына ярашлы үткәреләсәк саралар хаҡында һөйләне, билдәләнгән маҡсаттар менән таныштырҙы. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар республика Башлығы ҡарамағындағы Милләт-ара татыулыҡҡа һәм тыныслыҡҡа булышлыҡ итеү мәсьәләләре советы менән Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы советының берлектәге ултырышы ҡарарын үтәү буйынса сығыштарҙы тыңланы.
Һөҙөмтәлә Башҡортостанда дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса дәүләт программаһын, “Тел һәм заман”, “Башҡортостан диндәре” интернет-порталын булдырыу проекттарын тормошҡа ашырыу, милли телдәрҙә әҙәби әҫәрҙәр һәм уларҙың рус телендәге тәржемәләренән тупланған иң яҡшы әҫәрҙәр йыйынтыҡтарын нәшерләргә ярҙам итеү, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы башланғысы менән теле-, радиотапшырыуҙар булдырыу, йыл да үткән йәштәр форумын ойоштороуға булышлыҡ итеү, милләт-ара мәҙәни диалогты әүҙемләштереү, милли дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙа йәкшәмбе мәктәптәренең тәжрибәһен киң ҡулланыу буйынса мөһим мәсьәләләр ҡаралды.