Эш хаҡы арта05.12.2017
1 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республикалағы дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.


Документҡа ярашлы, киләһе йылдың 1 ғинуа­ры­нан дәүләт учреждениелары хеҙмәткәр­ҙәренең хеҙ­мәтенә түләү дүрт процентҡа арта. Был сара 240 мең кешегә, мәғариф, фән, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, халыҡты социаль хеҙмәтләндереү, спорт, йәштәр сә­йә­сәте, тәбиғәттән файҙаланыу һәм эко­ло­гия, ауыл һәм урман хужалығы, ветеринария өлкә­һендәге дәүләт һәм муниципаль учреж­дение­ларҙағы хеҙмәт­кәр­ҙәрҙең бөтә категорияларына ҡағыласаҡ.
Указды тормошҡа ашырыуға йүнәлтел­гән аҡса киләһе өс йылда Башҡортостан Республикаһы бюджетында тулы күләмдә ҡаралған.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад