Ғаиләләргә – махсус ипотека05.12.2017
Рәсәй Президенты Владимир Путин 2018 йылдың 1 ғинуарынан икенсе йәки өсөнсө сабыйҙары тыуған ғаиләләр өсөн махсус ипотека кредитлауы программаһын ғәмәлгә индерергә тәҡдим итте.

Беренсел баҙарҙа торлаҡ һа­тып алған йәки әүәлге ипотека кре­дит­та­рын рефинанслаған ғаи­лә­ләр йыл­лыҡ алты процент став­каға өҫтә­мәне дәүләт тарафынан суб­сидия­лауға иҫәп тота ала. Мә­ҫәлән, әле Рәсәй банкы мәғлү­мәт­тәре буйынса ипотека буйынса уртаса ставка 10,05 процент тәшкил итә. Был осраҡта дәүләт кредит хаҡының дүрт проценттан ашыуын үҙ өҫтөнә ала­саҡ. Тө­ҙө­лөш һәм торлаҡ-коммуналь хужа­лыҡ ми­нистр­лығы баһа­лауынса, киләһе биш йылда программала 500 меңдән ашыу ғаилә­нең ҡат­нашыуы ихтимал.
Башҡортостан Республика­һында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил, “Рә­сәйгә һәр бала мөһим” партия проекты координаторы Милана Скоробогатова әйтеүенсә, бөгөн бөтә власть кимәлдәрендә бала мәсьә­лә­ләре төп өҫтөнлөккә эйә, был – Ғә­мәл­дәрҙең милли стратегияһында бала мәнфәғә­тен­дәге төп ҡаҙаныш­тарҙың береһе.


Вернуться назад