Ғ.Ф. ЖДАНОВ05.12.2017
Ғ.Ф. ЖДАНОВ2017 йылдың 29 ноябрендә Башҡортостан Республикаһының элекке торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры, күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Ғаяз Фәрүәзетдин улы Жданов 83 йәшендә вафат булды.
Ғ.Ф. Жданов 1934 йылдың 27 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районындағы Йондоҙ ҡасабаһында тыуған. 1957 йылда — Өфө нефть институтын, 1983 йылда КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Йәмғиәт фәндәре академияһын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген “Башнефть” берекмәһенең Күлтабан нефть промыслаһында нефть сығарыу операторы булып башлай, артабан нефть һурҙырыу мөдире, “Саҡмағошнефть” нефть промыслаһы идаралығында баш механик булып эшләй.
1963—1987 йылдарҙа Ғ.Ф. Жданов партия органдарында нефть промыслаһы идаралығы парткомы секретары, КПСС-тың Башҡортостан Өлкә Комитетында нефть һәм химия сәнәғәте бүлегенең нефть сығарыу сәнәғәте секторы мөдире, КПСС Башҡортостан Өлкә Комитетының һәм БАССР Министрҙар Советының партия-дәүләт контроле комитеты рәйесе урынбаҫары, БАССР халыҡ контроле комитеты рәйесе урынбаҫары, КПСС-тың Башҡортостан Өлкә Комитетындағы сәнәғәт бүлеге мөдире була. 1987 йылдан 1989 йылға тиклем Ғаяз Фәрүәзетдин улы БАССР-ҙың Халыҡ контроле комитеты рәйесе булып эшләй, 1989 йылдан 1997 йылға тиклем Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына етәкселек итә. Хужалыҡ һәм партия эшмәкәрлегендә бай тәжрибәле, яуаплы, юғары эш сифаттарына һәм ойоштороу һәләтенә эйә булған Ғаяз Фәрүәзетдин улы республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығын үҫтереүгә тос өлөш индерә.
Республика алдындағы хеҙмәттәре өсөн Ғ.Ф. Жданов өс “Почет Билдәһе” ордены менән бүләкләнгән. Уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелгән.
Ғаяз Фәрүәзетдин улы БАССР Министрҙар Советы Президиумы ағзаһы була, бер нисә тапҡыр БАССР Юғары Советы депутаты, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана.
Һоҡланғыс шәхес, үҙ эшенең оҫтаһы һәм тыуған республикаһының патриоты Ғаяз Фәрүәзетдин улы Жданов хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.

Р.З ХӘМИТОВ, К.Б. ТОЛКАЧЕВ, Р.Х. МӘРҘӘНОВ, В.А. НАГОРНЫЙ, Н.А. ХОРОШИЛОВ, М.А. ШӘЙХУЛОВ, С.И. АФОНИН, И.И. ЯЛАЛОВ, З.Й. ИҘРИСОВ.


Вернуться назад