1 декабрҙә республиканың муниципаль берәмектәре араһында халыҡ ижады фестиваль-марафоны старт ала. “Халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге менән йәшәй йөҙйәшәр Башҡортостан!” тип аталған эстафета Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арнала.
– Башҡортостан йөмһүриәтенең Рәсәй федерализмына нигеҙ һалыуы барыбыҙға ла мәғлүм. Марафон республиканың шанлы тарихын, бай мәҙәниәтен күрһәтеү юлы аша уның имиджын нығытыуға йүнәлтелгән, – ти Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов. – Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә һәр муниципалитет социаль-иҡтисади үҫеш өлкәһендәге ҡаҙаныштарын күрһәтә, Башҡортостан йөмһүриәтен ойоштороп үҫтереүгә үҙ өлөшөн индергән яҡташтары – тарихи шәхестәр тураһында һөйләйәсәк.
Марафонды 1 декабрҙә Учалы районы башлай. Учалылар был көндә баш ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарына үҙҙәрендә етештерелгән әйберҙәрҙе тәҡдим итәсәк, район тарихы менән таныштырасаҡ. Эстафетаны артабан Хәйбулла районы ҡабул итеп ала.
“Халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге менән йәшәй йөҙйәшәр Башҡортостан!” фестиваль-марафонын республиканың Мәҙәниәт министрлығы, муниципалитет хакимиәттәре менән берлектә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойоштора.
А. ШӘРӘФЕТДИНОВА.