Киләһе йыл башында Германияның Дрезден ҡалаһындағы Рус мәҙәни институтында “Башҡортостан – Рәсәй ынйыһы” документаль һәм сәнғәт фотоһы күргәҙмәһе асыла.
Республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, экспозицияға Башҡортостандың бөгөнгө тормошон, тәбиғәт байлыҡтарын, мәҙәниәтен һәм халҡын сағылдырған 40 фото инәсәк. Әйткәндәй, бындай сара “Германия Федератив Республикаһында Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте көндәре” нигеҙендә ойошторолғайны инде. Күргәҙмә Галле ҡалаһында Мартин Лютер исемендәге дәүләт университетында булды.
Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА.