2018 йылдың I ярты йыллығына Рәсәй почтаһы баҫмаларына ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк башланды. 1 декабрҙән 10-ына тиклем гәзит-журналдарға арзаныраҡ хаҡҡа яҙылып ҡалырға ашығығыҙ, дуҫтар!
Ун көнлөк – алдан уйлап эш итеүселәр, аҡсаһын иҫәпләй белеүселәр өсөн бик ҡулай осор. Мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ.
“Башҡортостан”ға хаҡтар түбәндәгесә:
П 2729 индексы (аҙнаһына өс тапҡыр) – 1 262 һум 40 тин;
П 3030 индексы (йома, аҙнаһына бер тапҡыр) – 559 һум 20 тин;
Электрон яҙылыу – 792 һум, бер йылға – 1346 һум.
Өфө ҡалаһында йәшәгәндәр йортона яҡын “Өфөматбуғат” киосктарында арзаныраҡ хаҡҡа яҙыла ала.
Бергә булдыҡ,
бергә ҡалайыҡ!