Өфөгә барыу мотлаҡ түгел29.11.2017
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары 27 ноябрҙә башланып 3 декабргә тиклем
дауам иткән граждандарҙы күләмле ҡабул итеү аҙналығында ҡатнаша. Сара барышында республика халҡы бөтә кимәлдәге парламентарийҙарға, башҡарма дәүләт власы
органдары һәм урындағы үҙидара вәкилдәренә мөрәжәғәт итә ала.


— Йыл һайын уҙғарылған сара яҡшы йолаға әүерелде. Ул халыҡҡа көнүҙәк мәсьәләләрҙе йылдам хәл итеү мөмкинлеген бирә, ә власть органдары вәкилдәре өсөн эш йүнәлештәрен билдәләргә ярҙам итә. Ҡабул итеү аҙналығы бөтә ҡала, райондарҙа уҙғарыла. Дәүләт Думаһы кимәленән алып ауыл Советтары депутаттары, шул иҫәптән Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙағы “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы ағзалары булған 90-дан ашыу депутат граждандарҙы ҡабул итә, — тине республика парламенты Рәйесе Константин Толкачев.
Халыҡты ҡабул итеү урындары һәм ваҡыты тураһында муниципаль берәмектәрҙең рәсми сайтынан белергә мөмкин. “Берҙәм Рәсәй” пар­тияһы рәйесе Д.А. Медведевтың төбәк йәмәғәт­селекте ҡабул итеү бүлмәһенең эш графигы партияның төбәк бүлексәһе сайтында урынлаш­тырылған.
Константин Толкачев 1 декабрҙә граждандарҙы видеоконференция тәртибендә ҡабул итергә ниәтләүе хаҡында белдерҙе. Һайлаусылар менән аралашыу иртәнге сәғәт 10-да башлана.
— Ошо уҡ форматты былтыр ҙа файҙалан­ғайныҡ. Алыҫ ҡала, райондар халҡы өсөн был бик уңайлы, сөнки бөтәһенең дә һорау бирер өсөн Өфөгә килергә мөмкинлеге юҡ, — тине Константин Борисович.
Аҙналыҡ барышында депутаттар күсмә ҡабул итеү саралары ойошторорға медицина учреждениеларына һәм холоҡ төҙәтеү колонияларына ла барырға ниәтләй.


Вернуться назад