Борғо ҡысҡыртмай ғына29.11.2017
Республика Хөкүмәте йортонда Башҡортостандың 100 йыллығы­на әҙерләнеү һәм уны байрам итеү буйынса республика ойоштороу комитетының ултырышы булып үтте. Оло юбилейға әҙерлек ниндәй кимәлдә?

– Байрамға әҙерлек тыныс шарттарҙа, борғо ҡысҡыртмай һәм йүгерешмәй генә башҡарылырға тейеш, – тине Башҡорт­остан Башлығы, республика ойоштороу комитеты етәк­сеһе Рөстәм Хәмитов. – Ниндәй са­ралар үткәреү һәм объекттар төҙөү билдә­лән­гән, шу­ларҙы эшлекле шарттарҙа бо­йомға ашырыу мотлаҡ. Әйт­кәндәй, был йүнәлештә ағым­дағы төрлө сара­ларҙы юбилей исемле­генә индереүгә юл ҡу­йылырға тейеш түгел.
Башҡортостандың Бюджет инвестициялары буйынса эксперт советы ҡарары буйынса ошо юбилейға ҡарата төҙөләсәк объекттар исемлеге раҫлан­ғай­ны. Уларға мәҙәниәт, мәғариф, фи­зик культура һәм спорт, һау­лыҡ һаҡлау, тор­лаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт һәм башҡа өлкәләр­ҙәге 102 объект инде­релгән, шуларҙың 10-ауһы дөйөм республика әһәмиәтенә эйә. Быйыл бөтәһе 1009 урынға иҫәп­ләнгән ете балалар баҡсаһы төҙөләсәк. Бүздәк, Дәүләкән һәм Ғафури райондарында ошондай биналар файҙаланыуға тапшы­рылған да инде. Оҙаҡламай Тә­тешле районы үҙәге Үрге Тәтеш­лелә – 120, Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында 60 урынлыҡ балалар баҡсалары ла булған мәҙәни-белем биреү комплексы, Яңауыл районы үҙәгендә – 160, Учалы ҡала­һын­да 139 урынлыҡ балалар баҡса­һын төҙөү тамамланасаҡ.
Сауҙа-сәнәғәт палатаһы республика Хөкү­мәте менән бер­лектә “Башҡортостандың 100 йыллы­ғына – 100 инвестиция проекты” тигән сараны башланы. Маҡсаты – республикалағы инвестиция мөхитен яҡшыртыу өсөн шарттар булдырыу, эш­ҡыуарҙар иҫәбенә яңы хеҙмәт урындарын арттырыу. Акцияла 51 проект ҡатнаша.
Ағымдағы уҡыу йылы башланыр алдынан Өфөнөң Киров һәм Дим райондарында 550 һәм 825 урынлыҡ ике мәктәп асылды. Нуғай ҡасаба­һындағы мәк­тәп­тең тәүге сираты төҙө­лөп бөт­тө, эш киләһе йылда тамам­ланасаҡ. Шулай уҡ 100 ҙур автобус һатып алынған, Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙ­мәһе биләмәһендә “Рәсәй – ми­нең тарихым” тигән тарихи парк асылды.
Юбилейға әҙерлек эштәре­нең нисек барыуы менән ултырышта ҡатнашыусыларҙы республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, спорт һәм йәш­тәр сәйәсәте министры урынбаҫары Алексей Новиков һәм Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов таныштырҙы.


Вернуться назад