Ниәттәр ғәмәлгә аша28.11.2017
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Федерация Советы ҡарамағындағы Урындағы үҙидара советы ултырышында ҡатнашты. “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” өҫтөнлөклө проектын тормошҡа ашырыу ултырыштың темаһы булды.
Сара барышында киләһе биш йылға Рәсәйҙә ихаталарҙы һәм йәмәғәт урындарын төҙөкләндереүҙең өр-яңы ҡағиҙәләрен раҫлау буйынса пландар яңғыратылды. Документ әле Рәсәй Хөкүмәтенә тапшырылған һәм тейешле яраштырыу ғәмәлдәрен үткән.
Константин Толкачев билдәләүенсә, Башҡортостанда “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проектында 23 ҡала һәм ҡасаба ҡатнаша.
— Проект нигеҙендә ихаталарҙы һәм йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүгә федераль һәм республика ҡаҙналарынан 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде, — тине республика парламенты Рәйесе. — Йыл аҙағына тиклем бөтә ҡалаларҙағы 600-ҙән ашыу күп фатирлы йортто берләштергән 400-гә яҡын ихата төҙөкләндереләсәк. Нефтекама, Дүртөйлө һәм Яңауыл ҡалаларында ошо программаға ярашлы алып барылған эш тулыһынса тамамланды. Ҡала халҡы үҙҙәре һайлаған 35 йәмәғәт биләмәһен тәртипкә килтереүгә 350 миллион һум самаһы аҡса тотонолдо.
Константин Толкачев проектты тормошҡа ашырыу барышында асыҡланған ҡайһы бер етешһеҙлектәрҙе лә билдәләне. Уларҙың тәүгеһе — проекттың һуңлап башланыуы. Уны ғәмәлгә ашырыу ваҡытына йоғонто яһаған тағы ла бер мөһим фактор — проект-смета документтарының дәүләт экспертизаһын бик оҙаҡ үтеүе. Дөйөм алғанда, республика парламенты етәксеһенең фекеренсә, проект Башҡортостанда үҙенең кәрәклеген иҫбатланы һәм халыҡтың гражданлыҡ әүҙемлеген арттырыуға йоғонто яһаны.