Музей асыла22.11.2017
Музей асыла Өфөлә Зәйнәб Биишеваның музейын асыу күҙаллана.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова Башҡорт­остандың халыҡ яҙыу­сыһы Зәйнәб Биише­ваның музейында булды. Ижади осрашыуҙа шулай уҡ республика Яҙыусылар союзы ида­раһы рәйесе Зәки Әлибаев һәм шағирә Лариса Абдуллина ҡатнашты. Музей яҙыусының улы ғалим-химик Тельман Әминевтең башланғысы менән Зәйнәб Биишева оҙаҡ йылдар йәшәгән фатирҙа ойошторолған. Бында көнкүреш әйберҙәре, йыһаз, китапхана һаҡлап ҡалынған, яҙыусының китаптары, ҡулъяҙмалары, портреттары, наградалары, документтар һәм фотоальбомдар йыйылған. Экспозициянан тыш, музейҙа электрон материалдар менән танышырға мөмкин.
Ҡунаҡтар иҫтәлектәр китабында тәүге яҙмалар ҡалдырҙы, музейҙы артабан үҫтереү буйынса фекер алышты.
Музейҙы рәсми асыу киләһе йылға планлаштырыла. 2018 йылда Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 110 йыл тула. Шуға тиклем бинаны торлаҡ булмаған фондҡа күсереү, уны тәртипкә килтереү, төҙөкләндереү мәсьәләләрен хәл итергә кәрәк. Шулай уҡ музейҙың рәсми сайтын асыу ҡарала.


Йомабикә ИЛЬЯСОВА,
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары:

– Музей рәсми асылмаһа ла, уның тураһында күптәр хәбәрҙар. Уҡыусылар, студенттар экскурсияға килә, ижади интеллигенция вәкилдәре, Зәйнәб Биишеваның ижадын ихтирам иткәндәрҙең барыһы ла йыш йөрөй бында. Музейҙың яҙыусы ғаиләһенең тырышлығы менән барлыҡҡа килеүе – ҡыуаныслы хәл, әлбиттә. Әммә эш бының менән генә сикләнергә тейеш түгел. Әлеге башланғысты дәүләт кимәлендә хуплап сығырға кәрәк. Бөйөк шәхестәр тураһында иҫтәлекте йәмғиәт уртаҡ тырышлыҡ менән һаҡларға тейеш.


Вернуться назад