Дауаханаларҙа ла, төрмәләрҙә лә…21.11.2017
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзалары 27 ноябрҙән
3 декабргә тиклем үткәрелгән граждандарҙы ҡабул итеү аҙналығында ҡатнаша.
Сара республиканың бөтә район, ҡалаларында ойошторола. Шулай уҡ тематик ҡабул итеүҙәр, холоҡ төҙәтеү колонияларына, медицина учреждениеларына барыу күҙаллана. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе, “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачев 1 декабрҙә иртәнге сәғәт 10-дан видеоконференция тәртибендә ҡала һәм район халҡы һорауҙарына яуап бирә.
Константин ТОЛКАЧЕВ, Ҡоролтай Рәйесе, партияның төбәк бүлексәһе секретары:
– Партияға нигеҙ һалынған көндә граждандарҙы ҡабул итеү яҡшы йолаға әүерелде. Һайлаусылар менән осрашыу эш йүнәлештәрен билдәләү мөмкинлеген бирә. Ғәмәлдәге ҡабул итеү бүлмәләре етешмәйәсәк, сөнки аҙналыҡта бик күп активистар ҡатнашасаҡ. Шуға күрә һайлаусыларыбыҙҙы ҡабул итеүҙең бүтән майҙансыҡтарын да ойошторорға кәрәк.
Граждандар Дәүләт Думаһынан алып муниципаль кимәлгә тиклем бөтә депутаттарға, дәүләт власы органдары, министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәренә һорау бирә ала. Былтыр ошондай сара барышында ил буйынса 300 меңдән ашыу мөрәжәғәт булғайны.