“Батырығыҙҙы яратмау мөмкин түгел”21.11.2017
Рәсәйҙең “Йондоҙ” телеканалы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал Миңлеғәле Шайморатов хаҡында документаль фильм төшөрә. Ул “Армия легендалары” циклы серияларының береһен тәшкил итәсәк.

Фильмды төшөрөү өсөн Баш­ҡортостанға сценарий авторы Татьяна Сорокина менән оператор Илья Ушаков килде. Ике көн дауамында төркөм батырҙың тыуған ере Ҡырмыҫҡалы районында эшләне.
– Башҡортостан фильмда төп урынды биләйәсәк. Кремль полкына барыу күҙаллана. Алда ҙур эш көтә – видеоархивты, документтарҙы һайлап алырға кәрәк, – тине фильм авторҙары. – Ҡырмыҫҡалы районында беҙҙе ихлас ҡаршыланылар. Һәйкәл эргәһендә Сталинград һуғышына арналған сара булды.
Фильмды төшөрөү төркөмө шулай уҡ Башҡортостандың Милли музейында документтар менән танышты. Фильмда Ҡадир Даян шиғырына Заһир Исмәғилев яҙған Шайморатов генерал тураһындағы йыр яңғыраясаҡ. 38 минутлыҡ фильм­ды киләһе йыл (23 февралдә – Шайморатов һәләк булған көндә) эфирға сығарыу күҙаллана.

Татьяна СОРОКИНА,
сценарий авторы:

– Батырығыҙҙы яратмау мөмкин түгел. Уны иҫкә алған һәр кешенең күҙҙәре балҡып китә. Һеҙҙең өсөн ҡаһармандың изге булыуын күреп, беҙ ҙә илһам, көс-дәрт алабыҙ.


Вернуться назад