Өрөп ҡабырға: бешмә сире “бешерҙе”21.11.2017
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев малдар карантины ҡағиҙәләрен һәм уларҙы боҙған өсөн яуаплылыҡ сараларын көйләгән ҡануниәтте анализлау бурысын йөкмәткәйне. Быға күптән түгел төбәктәге Туймазы һәм Бүздәк райондарында бешмә сиренән иғлан ителгән карантин сәбәпсе булды.
Карантин саралары республиканың Ветеринария идаралығы, Ветеринария һәм фитосанитария күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы, Туймазы һәм Бүздәк райондары хакимиәте етәкселеге ҡатнашлығында Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты ултырышында ла тикшерелгәйне. Хәлгә яһалған анализ карантинды боҙған кешеләргә ҡарата яуаплылыҡ нормаларының һәм иҫкәртеү сараларының ойошторолоуы закон кимәлендә тейешенсә көйләнмәүен сағылдырҙы.
– Карантин һәм башҡа ветеринария-санитария ҡағиҙәләрен боҙған өсөн граждандарға 500-ҙән 1 мең һумға тиклем, вазифалы кешеләргә һәм эшҡыуарҙарға – 3 меңдән 5 меңгә, ойошмаларға 10 меңдән 20 мең һумға тиклем штраф һалыу ҡарала, – тине Константин Толкачев.
Раян ШАҺИМӨХӘМӘТОВ, Башҡортостандың ветеринария идаралығы етәксеһе урынбаҫары:
– Республикала ҡырҡ йыл күҙәтелмәгән хәл килеп сыҡты. Бындай күңелһеҙ хәлдәр йәнә ҡабатланмаһын өсөн айырыуса ауыл ерҙәрендә һаҡ булырға кәрәк. Хәҙер күптәр Интернет аша мал эҙләй, һатып ала, арзанлығына ҡыҙыға. Шуға был осраҡта һаҡланырға, уның ветеринария белешмәһе булыуы менән ҡыҙыҡһынырға кәрәк, урындағы мал табиптарына мөрәжәғәт итеү мөһим.
Бөгөн был йүнәлештә республика күләмендә етди эш башланды. Туймазы, Шаран, Бүздәк райондарында малдарға биркалар ҡуйыла.