Оҫталыҡ – бар һөнәрҙең шартылыр21.11.2017
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов кисә профессиональ колледж студенттары, уларҙың тренерҙары һәм уҡытыусылары менән осрашты. Атап әйткәндә, WorldSkills һәм “Абилимпикс” (инвалидтар өсөн бәйге) тигән профессиональ оҫталыҡ конкурсы еңеүселәре менән бер өҫтәлдә ултырып һөйләште.
Баштан уҡ Рөстәм Зәки улы егет һәм ҡыҙҙарҙы йөҙгә танып, һәр береһенә исемләп өндәште, тормоштары менән ҡыҙыҡһынды, киләсәккә уй-пландарын һорашты.
– Һеҙҙең еңеүегеҙ – республика өсөн оло мәртәбә, – тине республика Башлығы. – Шул һөйөнөслө, беҙҙә бына тигән йәштәр үҫеп килә. Был – уңыштарҙың башы ғына, киләсәктә тағы ла бик күп үрҙәр яуларығыҙға ышанабыҙ. Ошо конкурстар аша үҫмерҙәрҙе эшсе һөнәрҙәргә йәлеп итеү ныҡ отошло. Башҡортостан был тәңгәлдә ваҡытында үҙ урынын биләне. Киләсәктә лә хәрәкәткә ярҙам итәсәкбеҙ.
Рөстәм Хәмитов хеҙмәт эшмәкәрлеген Өфө моторҙар төҙөү заводында участка мастеры булып башлауы, 6-сы разрядлы йыйыусы слесарь эшенә хөрмәт менән ҡарауҙары тураһында бәйән итте. Белдереүенсә, бер осорҙа илебеҙҙә эшсе һөнәрҙәр әҙерләү ныҡ аҡһағайны, училищелар тураһында хәстәрлек кәмегәйне. Ә бөгөн ҡыҙыҡһыныу, киреһенсә, көсәйҙе, йәмғиәттә эшсе һөнәрҙәр кәрәк тигән ышаныс нығынды.
WorldSkills һөнәри оҫталыҡ буйынса донъя чемпионатында III урынды алған Сибай күп профилле һөнәрселек колледжының IV курс студенты Рафаэль Яхин, йәш булыуына ҡарамаҫтан, тренер йөгөн дә тарта, уның уҡыусыһы ла ярышта призлы урынға сыҡҡан.
Солтан Бикәев исемендәге Өфө һөнәрселек колледжы студенты Анастасия Филимонова (“Абилимпикс” конкурсында “Нәшриәт эше” компетенцияһы буйынса еңеү яулаған) һөйләүенсә, күңел һөйгән шөғөлгә тотоноу – маҡсатҡа өлгәшеү өсөн ярты аҙым.
Ғөмүмән, йәштәрҙең белем эстәп тә, төрлө ярыштарҙа ҡатнашып та уңыштарға өлгәшеүе маҡтауға лайыҡ. Шунан сығып, оҫталыҡ – бар һөнәрҙең шартылыр, тип әйтмәй ҡара!
Рафаэль Яхин:
– Уҡырға дуҫымдың кәңәше буйынса килдем, еңеүҙәр белем алырға теләкте арттыра. Артабан армияға барырға, юғары белем алырға уйлайым.