Элеп алып, һелкеп һалып…21.11.2017
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе конференцияһында сығыш яһаны.

Рөстәм Зәки улы әйтеүенсә, кооперацияны үҫтереү хеҙмәт етештереүсән­легенең арта барыуы шарттарында ауыл халҡын эш урындары менән тәьмин итеү мөмкинлеген бирәсәк.
– Был теманы Хөкүмәт үҙе өсөн иң төп мәсьәләләрҙең береһе тип һанай. Беҙҙә ауыл халҡын эш менән тәьмин итеү проблемаһы бар. Кешеләр күпләп ситкә китә. Төньяҡта ауыр шарттарҙа эшләп, сәләмәтлеген ҡаҡшата йә булмаһа ҡалаға юллана. Әүәл 10 трактор гөрләгән ерҙә хәҙер берәү генә эшләй. Биш комбайн булған урында ни бары берәү генә. Эшсе ҡулдар бушап ҡала. Хеҙмәт етештереү­сәнлеге арта, ә эшһеҙ ҡалғандарҙы икенсе ергә йәлеп итергә кәрәк. Кешеләрҙе эшкә урынлаштырыуҙың нигеҙе – ул кооперация өсөн шарттар тыуҙырыу. Өс-биш кеше бергәләп продукция етештерә­, баҙарға сыға һ.б. Ошо йүнәлеште үҫтерергә кәрәк, – тине ул.
Башҡортостан Өфөләге Непейцев дендропаркын һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү йәһәтенән уның биләмәһен төҙөкләнде­реүгә ҡағылышлы тәҡдим­дәр менән Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты активистары сығыш яһаны. Төбәк етәксеһе уларҙың тәҡдим­дәрен хупланы.
– Непейцев дендропаркына килгән­дә, ул ҡалала урынлашҡан, шуға күрә муниципалитет ошо йәһәттән әүҙеме­рәк эш­ләргә, ресурстар бүлергә тейеш, – тине Рөстәм Хәмитов.
Республика Башлығы Урмансылар паркында ла ваҡытында ошондай уҡ эш башҡарылыуын билдәләне.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” федераль проектын тормошҡа ашырыу киләһе йылдарҙа республикала юл сифатына бәйле хәлде һиҙелерлек яҡшыр­тыу мөмкинлеген бирәсәк. Рөс­тәм Хәмитов әйтеүенсә, әлегә төп юл артериялары төҙөкләндерелде. Ул шулай уҡ күпер, юл айырсалары, тимер юл өҫтөнән үтеү юлдары, башҡа ҙур объекттар төҙөү буйынса пландар менән уртаҡлашты.
Сара барышында Халыҡ фронты ағзалары өҫтөнлөклө проекттарҙы тор­мош­ҡа ашырыу буйынса фекер алышты, республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указдары һәм күрһәтмәләре үтәлешенә мониторинг йомғаҡтарын тикшерҙе.
Конференцияла ҡатнашыусылар мә­ғариф, һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ-коммуналь һәм юл хужалығы өлкәһендәге мөһим проблемаларҙы тикшерҙе. Төбәк Башлы­ғына тапшырылған йәмәғәтсе­лек тәҡдим­дәре иҫәбенә Непейцев дендропаркын һаҡлап ҡалыу, “тынлыҡ тураһындағы закон”ды тормошҡа ашырыу, ҡулланыу­сылар кооперацияһы, сәнәғәт үҙәктәре эргәһендә урман парк­тарын асыу, социаль туҡланыуҙы ойоштороу һәм уңайлы мөхит буйынса башланғыстар инде.
Йәмәғәтселек вәкилдәре шулай уҡ Халыҡ фронтының йәштәр йүнәле­шендәге эшмәкәрлеге тураһында һөйләне, “Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты йәштәре” проектын тәҡдим итте. Декабрҙә “Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты йәштәре” республиканың Йәш депутаттар ассоциацияһы ағзалары менән футбол матчы ойоштора.

Эльвира АЙЫТҠОЛОВА, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы рәйестәше:
– Һуңғы йылдарҙа йәмәғәт контроле көнүҙәк һәм киҫкен проблема­ларҙы хәл итеү өсөн һөҙөмтәле сараға әүерелде. Быны беҙ Халыҡ фрон­тының өҫтөнлөклө проекттарын тормошҡа ашырыу йомғаҡ­тарынан асыҡ күрәбеҙ. Дөйөм тырышлыҡ менән законһыҙ сүплектәр проблема­һын ҡуҙғаттыҡ. Әлбиттә, мәсьәләне аҙағынаса хәл итеп булманы, әммә быйыл проблемалы объекттар менән эшләүҙә ярайһы уҡ алға киттек. Граждандар 276 законһыҙ сүплек тура­һында белдерҙе. Халыҡтың әүҙем­леге буйынса ил төбәктәре араһында ун дүртенсе урында барабыҙ. Рөхсәтһеҙ асылған сүплектәрҙең 45 проценты ябылды ла инде.


Вернуться назад