Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указына ярашлы Илшат Фәзрахманов Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — ауыл хужалығы министры итеп тәғәйенләнде. Илшат Илдус улы Фәзрахманов 1977 йылда Әлшәй районының Торонтайыш ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған, иҡтисад фәндәре кандидаты. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1999 йылда Раевка шәкәр заводында башлай. Унда баш бухгалтер урынбаҫары, бухгалтер-программалаусы, генераль директор урынбаҫары була.
Төрлө йылдарҙа “БашАгроШәкәр” ауыл хужалығы предприятиеһында директор, “Лион-Агро” йәмғиәтендә башҡарма директор, Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең Иҡтисади һәм социаль сәйәсәт идаралығында баш белгес, Биләмәләр менән эшләү, кадрҙар тәьминәте һәм дәүләт наградалары идаралығында баш консультант-советник, Контроль-аналитика идаралығында бүлек мөдире, идаралыҡ начальнигы урынбаҫары булып эшләй. 2012—2015 йылдарҙа — Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратында агросәнәғәт комплексын үҫтереү һәм тәбиғәттән файҙаланыу бүлеге мөдире, Агросәнәғәт комплексы һәм тәбиғәттән файҙаланыу департаменты директоры. 2015 йылдан 2016 йылға тиклем Дәүләкән районы хакимиәте башлығы була. 2016-2017 йылдарҙа — Башҡортостандың ауыл хужалығы министры.
***
Республика Башлығының тағы ла бер Указы менән Ирек Мөхәмәтдинов, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһынан бушатылды.