Идаралыҡта яңы етәксе17.11.2017
Идаралыҡта яңы етәксе Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың бойороғо менән Азат Йыһаншин республиканың Ветеринария идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнде.

Азат Салауат улы Йыһаншин 1973 йылда Учалы районының Иманғол ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт аграр университетын тамам­лаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1990 йылда Учалы районындағы “Коммунар” колхозында башлай. 1995 йылдан 2009 йылға тиклем “Коммунар” ауыл хужалығы кооперати­вының ветфельдшеры, баш ветврачы, “Ирәмәл” ат спорты комплексы директоры, Учалы районы хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы начальнигы урынба­ҫары, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы урынбаҫары, Учалы районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары була. 2009-2010 йылдарҙа — Учалы районы хакимиәте башлығы, 2010 йылда — Башҡортостандың ауыл хужалығы министры, 2010—2017 йылдарҙа республика ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары.
Төбәк Башлығының икенсе бойороғо менән Вәкил Буранбаев, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, республика Ветеринария идаралығы начальнигы вазифаһынан бушатылды.


Вернуться назад