“Кәкүк” атай-әсәй табылмаһа...15.11.2017
Балаға алимент юллай алмаған ғаилә ҡараусыһын юғалтыуға бәйле дәүләт пособиеһына хоҡуҡлы. Бындай норма Граждан-процессуаль кодексына һәм “Башҡарыу эштәре тураһында”ғы законға индерелгән төҙәтмәләрҙә күҙаллана. Ошо көндәрҙә Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт комитеты уны беренсе уҡыуҙа тикшерҙе.

Алимент түләргә тейешле кешене бер йыл буйы эҙләп тә тапмаһалар, ғаиләгә пособие булырға тейеш. Приставтарҙың мәғлүмәттәре нигеҙендә суд ҡараусыны хәбәрһеҙ юғалған тип таныу хаҡында ҡарар сығара. Эксперттар әлеге яңылыҡ балалар мәнфәғәтен яҡлаясаҡ тигән фекерҙә.
Бурыслының ҡайҙалығын билдәләй алмауҙары тураһындағы яҙма белдереүҙе ғаиләгә приставтар тапшырырға тейеш.


Вернуться назад