Урман хужалығында яңы хужа15.11.2017
Урман хужалығында яңы хужаРеспублика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Марат Шәрәфетдинов Башҡортостандың урман хужалығы министры итеп тәғәйенләнде.

Марат Искәндәр улы Шәрә­фетдинов 1975 йылда Йәрмәкәй районының Йәр­мәкәй ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1991 йылда Йәрмәкәй колхоз-ара күсмә механизация­ланған ко­лон­наһы­ның кирбес заводында башлай.
1997—2007 йылдарҙа Бәләбәй урмансылығында урман мастеры, Бәләбәй урман хужалығында инженер, баш урмансы, “Росприроднадзор”ҙың Башҡортостандағы идаралығында төп белгес булып эшләй. 2008—2010 йылдарҙа Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратында агросәнәғәт сәйәсәте һәм тәбиғәттән файҙаланыу бүлегенең баш консультанты була. 2010—2017 йылдарҙа — республика урман хужалығы министры урынбаҫары.


Вернуться назад