Президент тыңлай!15.11.2017
Владимир Путиндың йыл һайын үткәрелгән матбуғат конференцияһы быйыл 14 декабрҙә уҙғарылыуы ихтимал.

Ҙур конференцияның дәүләт башлығының Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһенә тиклем үк ойошторолоуы күҙаллана. Кремлдә мөрәжәғәтнамәне 2017 йылдың декабренән 2018 йылға күсереү мөмкинлеген тикшерәләр.
Рәсәй һәм сит ил журналистары өсөн матбуғат конференцияларын Владимир Путин 2001 йылдан үткәрә. Ваҡыт буйынса иң ҡыҫҡа тәүге сара 1 сәғәт 35 минут дауам итте. 2008 йылда иһә иң оҙон матбуғат конференцияһы булды. Ул 4 сәғәт 40 минутҡа һуҙылды. Унда Президент 80 кешенең һорауына яуап бирҙе.
Матбуғат конференцияларын уҙғарыу урыны ла үҙгәрҙе. Башта ул Кремлдең 14-се корпусында булһа, 2012 йылдан Халыҡ-ара сауҙа үҙәгенә күсте. Владимир Путиндың журналистар менән аралашыуы федераль телеканалдарҙа тура эфирҙа бара.


Вернуться назад