Йәнә яңы мәктәп асылды14.11.2017
Йәнә яңы мәктәп асылдыКисә баш ҡаланың Октябрь районындағы Нуғай ауылында мәктәп асыу тантанаһы булды. Уҡыусылар был ваҡиғаны ике йыл көттө. 1 250 урынлыҡ социаль объект төҙөлөшөн республика Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙе контролдә тотто. Ул байрам сараһына ла килгәйне.

Нуғай биҫтәһендәге яңы мәктәп ике уҡыу һәм спорт блоктарынан тора. Бина заман талаптарына яуап бирә. Бында шулай уҡ алдынғы техника менән йыһазландырылған информатика кабинеты, интерәүҙем комплекс, 504 урынлыҡ тамаша залы, процедуралар, прививкалар, стоматология бүлмәләре, 402 урынлыҡ ашхана бар.
Әйткәндәй, әлеге белем усағы һуңғы өс айҙа Өфөлә асылған өсөнсө мәктәп. Мәғариф ойошмалары шулай уҡ Дим районында һәм “Колгуев” биҫтәһендә сафҡа инде.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад