Алло! Ирәмәлдән шылтыраталар...14.11.2017
Алло! Ирәмәлдән шылтыраталар...Башҡортостандағы иң алыҫ тәбиғәт парктарының береһе — “Ирәмәл”дә мобиль элемтә барлыҡҡа килде.
Мобиль элемтәне урындағы халыҡ та, әүҙем ял яратыусылар ҙа көтөп алды. Хәҙер иһә экологик туризмды үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәр тыуҙы. Мобиль элемтә ҡотҡарыу хеҙмәттәренең, навигация сервистарының тотороҡло эшен дә тәьмин итәсәк.


Вернуться назад