Уҡыуҙар башланды14.11.2017
Бөгөн Өфөлә IV “Фәхретдинов уҡыуҙары” Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы асыла. Йыл һайын үткәрелгән ислам форумының темаһы — “Әхлаҡты һаҡлауҙа һәм Ҡөрьән гуманизмын раҫлауҙа мосолман руханиҙарының әһәмиәте”. Сараны Рәсәй мосолмандарының Диниә назараты, Рәсәй мөфтөйҙәре советы, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты, М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты һәм Мәскәү ислам институты ойоштора.

Ике көнлөк форум Башҡорт дәүләт университеты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм республика Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре советы ҡатнашлығында уҙғарыла. Конференцияла дәүләт власы органдары, дин әһелдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, фән һәм мәғариф вәкилдәре ҡатнаша.


Вернуться назад