Кемдәр ташламаға эйә?14.11.2017
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары “Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлауҙы ойоштороу тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына ҡағылышлы закон проектын ҡарай.
Документ Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктур үҫеш комитеты тарафынан хупланды, ул киләһе пленар ултырышта тикшереләсәк. Закон проекты ҡабул ителгән осраҡта өлкәндәргә капиталь ремонтҡа иғәнә түләүгә сығымдарҙы компенсациялау 2020 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтыласаҡ. 70 йәше тулған кешеләргә был сығымдар – 50 процент, 80 йәшлектәргә 100 процент күләмендә ҡаплана.
— Былтыр февралдә ошондай компенсациялар тураһында республика законы ҡабул ителгәйне. Федераль ҡануниәткә таянып башҡарылды был эш, — тине Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. — Әлеге закондың ғәмәлдә булыу ваҡыты быйыл 31 декабрҙә үтә. Яңғыҙ пенсионерҙарҙың матди тәьминәт кимәле түбән булыуын, шулай уҡ тиҫтәләрсә йыл дауамында капремонт өсөн түләп тә, күптәрҙең уны көтөп ала алмаясағын иғтибарға алып, законды ғәмәлдә ҡалдырыу дөрөҫ буласаҡ.
Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, ете ай эсендә 3630 кешегә 2,2 миллион һумлыҡ компенсация түләнгән. Былтыр иһә 2673 кеше 2,7 миллион һумлыҡ компенсация алған.