Сит ил журналистарын нимә ҡыҙыҡһындыра?14.11.2017
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы тарафынан ойошторолған матбуғат туры сиктәрендә Башҡортостанға килгән сит ил киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашты. Осрашыуҙа “Медиа Мост Болгария”, Румынияның ТVR һәм Эквадорҙың VitoTVO телеканалы журналистары ҡатнашты.
Өс көнлөк сәфәр барышында ҡунаҡтар яғыулыҡ-энергетика, агросәнәғәт комплексы предприятиелары, ғилми учреждениелар эшмәкәрлеге, Башҡортостандың туристик мөмкинлектәре менән танышты.
Әңгәмәлә төбәк етәксеһе киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеше, сит ил партнерҙары ҡатнашлығындағы ҙур инвестиция проекттары, Европа, Азия һәм Латин Америкаһы илдәре менән республиканың хеҙмәттәшлек перспективаһы хаҡында һөйләне.
— Беҙ бөгөн иҡтисади үҫеште әүҙемләштереү йәһәтенән эш алып барабыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Барыһы менән дә эшләйбеҙ. Инвестиция йәлеп итеү йәһәтенән 2015 йылда Башҡортостанда үткән ШОС һәм БРИКС саммиттары ҙур әһәмиәткә эйә булды. Республикабыҙ һәм ҡалабыҙ танылыу яуланы. Бөгөн беҙ ошо ҙур ваҡиғаларҙың емешен татыйбыҙ.
Республика Башлығы тиҙҙән төбәктә тышҡы иҡтисади бәйләнештәр менән шөғөлләнәсәк яңы структура ойоштороласағы тураһында хәбәр итте.