Рәсүл Тайыповҡа ышаныс күрһәтелде14.11.2017
Рәсүл Тайыповҡа ышаныс күрһәтелдеБашҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Рәсүл Тайыпов республиканың Мәғлүмәтләштереү һәм “Асыҡ Республика” системаһының эшләү мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде.

Рәсүл Рафанир улы Тайыпов 1981 йылда Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған, тарих фәндәре кандидаты. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1989 йылда Өфөләге 30-сы мәктәп-интернатта башлай. Төрлө йылдарҙа Мәғарифта заманса технологиялар институтында инспектор, менеджер, үҙәк директоры, Көнсығыш иҡтисад-юридик гуманитар академияһында уҡытыу-методика идаралығы начальнигы булып эшләй. 2015 — 2017 йылдарҙа — Башҡортостандың Мәғлүмәтләштереү һәм “Асыҡ Республика” системаһының эшләү мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары.


Вернуться назад